АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
3 Ноябрь 2017, 12:28

ЕРҘӘГЕ ЭҘҘӘР. Очерк.

Беҙҙең төбәк халҡы һәләткә мул өлөшлөләр рәтендә. Хөрмәткә, маҡтауға, данлауға лайыҡ, матур хеҙмәт юлы үткән кешеләребеҙ күп. Бөгөнгө һүҙем шундайҙарҙың береһе, үҙенең бөтә ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә бағышлаған, олоно-оло, кесене-кесе иткән, улар менән һәр саҡ уртаҡ һүҙ таба алған, хеҙмәттәштәре араһында оло абруй ҡаҙанған Факил Саҙрый улы Хәкимов хаҡында. Ул—әсәйемдең бер туған ҡустыһы, Аҡъяр ауылында йәшәй. Таналыҡ йылғаһы буйлап һуҙылған Яр буйы урамындағы ыҡсым ғына өйөнөң ишеген ҡаҡҡанда Факил ағай кәртәһендә көндәлек эше менән булашып йөрөй ине: кәзәләрен һауып бесән һалған, алдарына бер биҙрә тулы һыу ултыртҡан, тауыҡтарын асып ем биргән.—Факил ағай, һаумыһығыҙ! Хәлдәр нисек?—Килеп тә еттеңме ни? Иртәләгәнһең,—тине ике ҡулын биреп күрешеп.—Зарланмайым, Фәрит, зарланырға хоҡуғым юҡ. Үҙ йәшемә ҡарата тап-таман. Еңгәң иҫән булһа, күңеллерәк булыр ине лә... Яңғыҙлыҡ үҙәккә үтә. Ярай әле әүрәп йөрөргә ошо кәзәләрем бар. Ҡаңғыр-ҡоңғор йәшәп ятам әле. Быйыл 87 йәшем тула бит инде. Йә, ярар, әйҙә өйгә инәйек. Хәҙер мин һине кәзә ҡымыҙы менән һыйлайым. Иҙәне һап-һары итеп буялған, яҡты, ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп торған өйгә ингәс, баҙап ҡалдым. Әкрен генә радио һөйләй: «Юлдаш» егеттәре бер-береһе менән ярышып, бәхәс ойошторған, тыңлаусыларҙы көлдөрә.—Факил ағай, иҙәнде лә үҙең йыуаһыңмы әллә?,—тинем.—Юҡ, был йәштә ундай эшкә барым юҡ. Ралина менән Фаил кейәү көн дә килеп, йыуып-йышып китә. Бына, ҡымыҙ эсә тор. Аш бешкәнсе һөйләшеп алырбыҙ. Нәмә, бала саҡтан башлайыҡмы?

Факил Саҙрый улы Хәкимов
Факил Саҙрый улы Хәкимов
Беҙҙең төбәк халҡы һәләткә мул өлөшлөләр рәтендә. Хөрмәткә, маҡтауға, данлауға лайыҡ, матур хеҙмәт юлы үткән кешеләребеҙ күп. Бөгөнгө һүҙем шундайҙарҙың береһе, үҙенең бөтә ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә бағышлаған, олоно-оло, кесене-кесе иткән, улар менән һәр саҡ уртаҡ һүҙ таба алған, хеҙмәттәштәре араһында оло абруй ҡаҙанған Факил Саҙрый улы Хәкимов хаҡында. Ул—әсәйемдең бер туған ҡустыһы, Аҡъяр ауылында йәшәй.
Таналыҡ йылғаһы буйлап һуҙылған Яр буйы урамындағы ыҡсым ғына өйөнөң ишеген ҡаҡҡанда Факил ағай кәртәһендә көндәлек эше менән булашып йөрөй ине: кәзәләрен һауып бесән һалған, алдарына бер биҙрә тулы һыу ултыртҡан, тауыҡтарын асып ем биргән.
—Факил ағай, һаумыһығыҙ! Хәлдәр нисек?
—Килеп тә еттеңме ни? Иртәләгәнһең,—тине ике ҡулын биреп күрешеп.—Зарланмайым, Фәрит, зарланырға хоҡуғым юҡ. Үҙ йәшемә ҡарата тап-таман. Еңгәң иҫән булһа, күңеллерәк булыр ине лә... Яңғыҙлыҡ үҙәккә үтә. Ярай әле әүрәп йөрөргә ошо кәзәләрем бар. Ҡаңғыр-ҡоңғор йәшәп ятам әле. Быйыл 87 йәшем тула бит инде. Йә, ярар, әйҙә өйгә инәйек. Хәҙер мин һине кәзә ҡымыҙы менән һыйлайым.
Иҙәне һап-һары итеп буялған, яҡты, ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп торған өйгә ингәс, баҙап ҡалдым. Әкрен генә радио һөйләй: «Юлдаш» егеттәре бер-береһе менән ярышып, бәхәс ойошторған, тыңлаусыларҙы көлдөрә.
—Факил ағай, иҙәнде лә үҙең йыуаһыңмы әллә?,—тинем.
—Юҡ, был йәштә ундай эшкә барым юҡ. Ралина менән Фаил кейәү көн дә килеп, йыуып-йышып китә. Бына, ҡымыҙ эсә тор. Аш бешкәнсе һөйләшеп алырбыҙ. Нәмә, бала саҡтан башлайыҡмы?
Беҙҙең бала саҡты һуғыш «йотто»
«Бала саҡ» тиһәләр, бер семтем икмәккә тилмереп ултырған йылдар иҫкә төшә лә тора. Аслыҡ шул хәтлем үҙәгемә үткән: бөгөн, етмеш йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, һаман онота алмайым. Гонаһ булһа ла әйтәйем: ҡайһы берҙә фронтта пуля һыҙғырыуы, снаряд шартлауы аҫтында окопта туңып ятҡан атайҙарға, бәлки, беҙгә ҡарағанда ла еңелерәк тә булғандыр әле, тип уйлап ҡуям. Уларҙы, исмаһам, ашатҡандар бит... Аслыҡтан ҡыйын нәмә юҡ. Ашағыһы килгән кеше бүтән бер нәмә тураһында ла уйлай алмай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда беҙ Матрай районының үҙәге Юлдыбайҙа (хәҙер Йылайыр районына ҡарай) йәшәй инек. Атайым Саҙрый Әбделхәйер улы Хәкимов тәүҙә яңы ойошторолған урта мәктәптең директоры, аҙаҡ партия район комитетында инструктор, партия кабинеты мөдире булып эшләне. Шул йылда ҙур ҡыйынлыҡ менән күптән төҙөй башлаған өйөбөҙҙө бөтөрөп сыҡтыҡ. Бураһын ун ике саҡрымда ятҡан Крепостной Йылайырҙан һатып алғайныҡ. Бүрәнәләрен Юлдыбайға үгеҙ егеп, арбаларға тейәп ташыныҡ. Бығаса партия ҡайҙа ҡушһа, шунда күсеп, кешегә өйҙәш булып йәшәп йөрөгән ҡырҡ йәшлек атайымдың үҙ ҡулы менән төҙөп ингән тәүге өйө ине был. Шуға беҙ бик шатландыҡ, ләкин ҡарағай еҫе аңҡып торған яңы йортта оҙаҡ йәшәргә яҙманы. 1942 йылдың башында атайымды «Һарыкүл» МТС-ына замполит итеп күсерҙеләр. Оҙаҡламай ул беҙҙе лә Һарыкүлгә күсереп алды. Әсәйем ҡаршы булыңҡырап ҡарағайны ла—тыңламаны. Алда беҙҙе ниндәй яҙмыш көткәнен үҙе лә белмәгәндер инде. Белһә, береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын өр-яңы йортонан, өйрәнгән еренән айырып, йәшәү өсөн бер ниндәй шарт булмаған ят ауылға килтермәҫ ине.
«Һарыкүл» МТС-ы беҙ күсенгәндә биш-алты бүлмәле бер барак, оҫтахана, дүрт землянка һәм бәләкәй генә ағас өйҙән ғибәрәт ине. Барактың бер бүлмәһендә МТС контораһы урынлашҡан, ҡалғандарында эшселәр көн күрә. Әсәйем менән беҙ шул бүлмәләрҙең береһенә инеп урынлаштыҡ. Ынйы апайыма—13, миңә—11, Лена һеңлемә—6, Риф ҡустыма 2 генә йәш, Сәүиәгә—1 ай. Бәләкәй генә ат һарайы янындағы землянкала—йылҡы ҡараусы Нурғәлин, нефть базаһы эргәһендәгендә—уның мөдире Аслаев, ағас өйҙә моторист, токарь Анатолий Раззоренов йәшәне. МТС-та бүтән бер нәмә лә юҡ. Магазин, мунса, медпункт, мәктәп кеүек кеше өсөн иң кәрәкле объекттар—Әлебай ауылында. Унда барыу өсөн Таналыҡ йылғаһын кисергә кәрәк. Етмәһә, мәктәптә урыҫ телендә уҡыталар. Алтынсыла белем алған Ынйы апайым менән бишенселә уҡыған миңә юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән, ҡышҡыһын көрт ярып, яҙын-көҙөн батҡаҡ кисеп, өс саҡрымда ятҡан Үрге Смаҡҡа йөрөргә тура килде. Берҙән-бер ете йыллыҡ мәктәп булғанлыҡтан яҡын тирәлә урынлашҡан бөтә башҡорт ауылы балалары тип әйтерлек ошо мәктәптә белем алды. Рафиҡ ауылынан буласаҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Абдулла Фәйзуллин, Түбәнге Смаҡтан данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың ҡыҙы Рафиға беҙҙең менән уҡыны. Уҡытыусыларыбыҙ Шәриповтар ғаиләһе ине. Fәле ағай Шәрипов урыҫ һәм башҡорт телдәренән дәрес бирҙе, директор ҙа булды. Ҡатыны Сәймә апай арифметика, алгебра, геометрия фәндәренән, килендәре Һандуғас тарих, география, тәбиғәттән уҡытты. Улар мәктәп эргәһендәге бәләкәй генә бер өйҙә йәшәне. Шул уҡ йорт мәктәп дирекцияһы булып та хеҙмәт итте.
Һарыкүлгә беҙ 1942 йылдың 8-9 апрелендә күсеп килдек. 11 апрелгә ҡараған төндә Таналыҡ ташып китте. Ялан яғында йәшәгән кеше яҡшы белә: далала ҡар дәррәү ирей, йылғалар ҡапыл, күҙ асып-йомған арала таша. Бер нисә сәғәт, хатта минут эсендә йәйгеһен тауыҡ кисеп сығырлыҡ шишмәләр шаулап ятҡан диңгеҙгә әүерелә лә ҡуя. Ярҙан ярайһы ғына өҫтә урынлашҡан беҙҙең барак та ташҡын эсендә ҡалды. Бүлмәгә һыу инә башлағас, атайым менән әсәйем, тубыҡтан һыу кисеп, ултырғыс, һандыҡ, өҫтәлдәр өҫтөнә таҡта йәйеп, урындыҡ һымаҡ нәмә әтмәләне. Төндө шунда ултырып үткәрҙек.
Көнбайышта ҡанлы һуғыш дауам итә. Ыңғай ынтылыш һиҙелһә лә, дошман бик көслө ине әле. Һуғыш яңынан-яңы көс талап итә. 1943 йылда атайымды ла һуғышҡа алдылар. Шулай итеп, беҙ ят ерҙә, емерек баракта, туғандарһыҙ, таныш-тоношһоҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ.
Ынйы апайым 1943 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, 15 йәше тулыр-тулмаҫтан, Рафиҡ ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланы. Көн һайын ике саҡрым ергә йөрөп уҡытты. Бер йылдан һуң мин дә етенсе класты маҡтау грамотаһы менән тамамлап, Һарытау МТС-ында слесарь-инструментсы булып эш башланым. Ул ваҡытта МТС штатында төп эшселәр биш-алты бөртөк ине. Тәүҙәрәк ни ҡушһалар, шуны үтәнем. Күберәк тимерсе Шәрифулла ағайға ярҙамға ебәрәләр ине: күрек менән һауа өрҙөрәм, сүкешсе булдым. Аслыҡты ғына түгел, тәүге тормош һынауҙарын да башлап ошонда татыным.
Һуғыш осоронда тракторсы, механизатор булып йәш кенә ҡыҙҙар, тол ҡатындар эшләне. Һынған, емерелгән һәр деталде үҙ ҡулыбыҙ менән «ямаған» булабыҙ. Ни эшләптер, тракторҙың подшипниктары түҙмәй торғайны. Һәр көнөбөҙ тиерлек ирегән подшипниктарға бабит ҡойоуҙан башлана. Тимерсе шариктар ҡоя һәм миңә ҡырырға бирә. Тын алырға ла ваҡыт юҡ. Техника эшһеҙ торорға тейеш түгел. Һуғыш осоронда уның өсөн төрмәгә лә ултырталар ине. Бер көн, ҡырып торғанда ҡырғысым һынды. Уны рәтләп алғансы подшипниктар йыйылып китте. Тап шул ваҡыт оҫтаханаға МТС директоры килеп инде. Мин эш урынымда, өҫтөнә подшипниктар өйөлгән верстак алдында әйләндереп һалынған буш йәшник өҫтөнә баҫып эшләп торам. Бәләкәй булғас, станокка буйым етмәй. Директор йүгереп килеп, һүгенеп тороп, яңаҡҡа һалмаһынмы! Күҙ алдында осҡондар уйнап китте. Мин йәшнигем менән бергә ҡаҡ иҙәнгә осоп барып төштөм. Илап ҡайтып киттем...
Дауамын гәзитебеҙҙең 44-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: