Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Сентябрь 2017, 18:01

КӨТ МИНЕ, АПАЙ! АҘАҒЫ

Аҙағы. Башы 38-се һанда.—Ҡыҙым ҡалды бит, ҡыҙыма хат яҙам әле, әсәһе черт с ним,—тиһә:—Яҙ! Утыҙ йыл яҙаң инде... Әллә бар ҡыҙың, әллә юҡ. Кем белә аны. Һине-е-ең хәбәрең...—тип ауыҙын яптыра.Мәрйә ҡатыны ла, ҡыҙы ла булған икәнде әсәһе Зәмһәр үҙе лә яҡшы белә. Ҡәйнәһе башта уҡ һөйләгән:—Күҙемдең тереүендә ҡайт, үлһәм, кире китерһең, тип хат яҙҙырып тик яттым ҡустымдың ҡыҙынан. Һаман ҡайтмағас, камандирына яҙҙырҙым. Шулай-шулай, ун йыл улымды күргәнем юҡ, атпускаға булһа ла ҡайтарып алығыҙ пажалыста ғына,—тип яҙҙырҙым. Ҡайтып ҡына ҡулға юлыҡһын, белербеҙ ҡалғанын үҙебеҙ, тип уйҙаным да... Яңғыҙ улымды әллә ҡайҙағы мәрйә ҡулына биреп ҡуйыш юҡ инде, тип көлгән булған ҡәйнәһе.* * *—Атай, әсәй менән нисек таныштың? Әсәй һин һөйҙәһен тине,—тип хәйләләне Гөлйәүһәр бер төн атаһының теле сиселгән мәлде көтөп алып.—Күрше ауылға киске уйынға барғайныҡ, шунда күрҙем әсәңде. Беҙ һуғышта, унан һуң действительный хеҙмәттә йөрөгән саҡта матур ҡыҙҙар үҫеп торған. Матур булды әсәң ҡыҙ саҡта. Ҡупшы кәүҙәле. Эй оҫта бейей үҙе. Тегендә—вальс...—Тегендәгеңде ҡыҫтырмайынса булмаймы?—Бәпәй имеҙеп ятҡан Зәмһәр башын ҡалҡыта.

Аҙағы. Башы 38-се һанда.
—Ҡыҙым ҡалды бит, ҡыҙыма хат яҙам әле, әсәһе черт с ним,—тиһә:
—Яҙ! Утыҙ йыл яҙаң инде... Әллә бар ҡыҙың, әллә юҡ. Кем белә аны. Һине-е-ең хәбәрең...—тип ауыҙын яптыра.
Мәрйә ҡатыны ла, ҡыҙы ла булған икәнде әсәһе Зәмһәр үҙе лә яҡшы белә. Ҡәйнәһе башта уҡ һөйләгән:
—Күҙемдең тереүендә ҡайт, үлһәм, кире китерһең, тип хат яҙҙырып тик яттым ҡустымдың ҡыҙынан. Һаман ҡайтмағас, камандирына яҙҙырҙым. Шулай-шулай, ун йыл улымды күргәнем юҡ, атпускаға булһа ла ҡайтарып алығыҙ пажалыста ғына,—тип яҙҙырҙым. Ҡайтып ҡына ҡулға юлыҡһын, белербеҙ ҡалғанын үҙебеҙ, тип уйҙаным да... Яңғыҙ улымды әллә ҡайҙағы мәрйә ҡулына биреп ҡуйыш юҡ инде, тип көлгән булған ҡәйнәһе.
* * *
—Атай, әсәй менән нисек таныштың? Әсәй һин һөйҙәһен тине,—тип хәйләләне Гөлйәүһәр бер төн атаһының теле сиселгән мәлде көтөп алып.
—Күрше ауылға киске уйынға барғайныҡ, шунда күрҙем әсәңде. Беҙ һуғышта, унан һуң действительный хеҙмәттә йөрөгән саҡта матур ҡыҙҙар үҫеп торған. Матур булды әсәң ҡыҙ саҡта. Ҡупшы кәүҙәле. Эй оҫта бейей үҙе. Тегендә—вальс...
—Тегендәгеңде ҡыҫтырмайынса булмаймы?—Бәпәй имеҙеп ятҡан Зәмһәр башын ҡалҡыта.
—Мин гармун уйнайым, былар саң борҡотоп бейей. Исемең нисек, тиһәм, Зәмһәр, ти. Зәңгәр, тинем дә ҡуйҙым мин әсәңде. Күҙе мәрйәләрҙеке кеүек йәшкелт-күк.
—Һинең мәрйәңдеке һымаҡмы?—Әсе тел әсәһе тағы һүҙ ташлай...
—Тәү күргәндән күҙем төштө. Яраттым да ҡуйҙым Зәңгәрҙе.
—Яратҡанға ғөмөр буйы Катерина, тип илайһың икән.
—Теле низнай инде әсәңдең. Шуға беҙ өндәшмәй ҙә ҡуябыҙ, ҡыҙым, шулай бит?
Атаһы шыбырҙауға күсә.
—Һин эҙҙәп табырһың инде, Гөлйәүһәр ҡыҙым ундағы апайыңды. Ул тас һин. Һин тыуғас, шаҡ ҡатҡайным. Икегеҙ ҙә тас минең әсәй. Исеме—Галя. Галина Алексеевна. Фамилияһы ла минеке түгел ине, хәҙер былай ҙа икенселер фамилияһы.
—Ништәп Алексеевна, атай?
—Катя инәйең мине Алеша, тине лә ҡуйҙы бит. Бер нәмә булып тормаһын, тип ҡурҡҡандыр йә. Репрессированныйҙың ҡыҙы ине.
Уларҙың хәбәрен әсәһенең еңелсә екереүе бүлә:
—Һәй, ике ышпион, етәр, ятығыҙ! Таң атып килә.
* * *
Атаһын тыңлап ята торғас, йоҡлап киткән Гөлйәүһәр, уның, һүрелгән мейестең көлдөксәһенә башын терәп, һыңҡылдап тороп илап ултырғанында уянып китте. Ырғып тороп атаһы янына төшмәксе булғайны ғына, әсәһе ынтылып ҡулынан эләктереп алды
—Шеш... Барма. Ултырһын. Кил, эргәмә ят...
Әсәйҙең эргәһе буш. Атай әллә бөтөнләй ятмаған, әллә тәмәке тартып алыу һылтауы менән төшөп киткән.
—Әсәй... Атай нимәгә илай?
Бәй, әсәһе лә илай бит! Талашһалар, тауыштары ишетелер ине. Нимә булған икән?
—Әсәй?...
Зәмһәр ниңәлер ҡыҙының устары менән еүеш сикәләрен, йәшле күҙҙәрен һөртә.
—Атаңды йәлләйем... Үҙе мине ҡосаҡтап ята, үҙе... Мин уға эскәндә генә... Эй Аллам... Эсеп алһа ғына... Иҫенә... Ҡалайтайым икән... Ә ул айыҡта ла...
Ҡыҙын һыға ҡосаҡлап, эй, иланы шул таңда Зәмһәр. Түгелеп иланы...
Fәзиз кешеләренең һыңҡылдап-түгелеп илауҙарына ана шул таңда осраҡлы шаһит булған Гөлйәүһәрҙең бала ғына күңеленә мәңге юйылмаҫ ауыр төйөн булып ятты был ваҡиға. Ҡайҙалыр тәрәнгә төшөп ятты ла бер ҡасан да иремәне лә ҡуйҙы.
Әхмәт ҡыҙым булдырыр ул, шәп бит ул минең ҡыҙым тип маҡтап-хуплап йөрөһә лә, шәп ҡыҙы ер аяғы-ер башында ятып та әсәһенә шойҡаны тейеп, әсәһен илатҡан ҡатындың белмәгән-күрмәгән ҡыҙын эҙләп тапмаҫҡа һүҙ бирҙе үҙенә шул таңғы ваҡиғанан һуң.
—Табырмын мына! Көтөп тор! Кәрәге бар ине, ивет, әсәй?
Зәмһәр ҡыҙын тупылдатып арҡаһынан һөйҙө. Үҙен йыуатырға, хәленә керергә тырышҡан ошо балаға ҡайҙан бирелгәндер сер йәшерә белеү?
—Улай тимә, ҡыҙым. Ҡайҙан беләһең, ул да илайҙыр. Ярар... Аллам тигеҙләр әле.
Әсәһенең ошо аҡылына Гөлйәүһәр һаман аптырай. Ҡалай ғына сабыр булған Зәмһәр-Зәңгәр. Әхмәтен әрләп алһа ла, уның Кәтәһен ҡарғаманы...
—Йәнгенәң йәннәтә булһын ине, әсәкәйем.
Гөлйәүһәр әбей йыйырсыҡлы яңаҡтарына аҡҡан йәштәрен һөртөп, тәҙрә аръяғындағы донъяны байҡап тора бирҙе лә, ҡырҡа бер ҡарарға килеп уйҙарын йомғаҡлағандай, шыбырлап ҡуйҙы:
—Үтәрмен атайымдың васыятын, Алла бирһә! Табырмын һине! Көт мине, апай!