Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Сентябрь 2017, 11:24

БИРЕ. ДАУАМЫ

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВААҙағы. Башы 36-сы һанда.Аптырауының сигендә көлә генә алды:—Һин нишәп илайың?—Һин илағас... Һинең көсөң етмәгәс...— ...Ярты сәғәттәй һүҙһеҙ булғас, Зөһрә тағы өндәшә:—Сәйфулла ҡустыңдың класташы Ҡасим миңә хат яҙа.Быны ниңә әйткәндер, үҙе лә аңламай. Бер иҫәр менән тиң итеп һөйләшеп ултырыуын ҡыҙҙар белһә ятып көлөрҙәр ине лә, әле мәле ул түгел.—Ҡасим ҡайтмай... Ул ҙур һыуға төшөп китә.—Ыстағайым! Нимә һөйләйең, алйот!—тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала ҡыҙ.—Һине тыңлап ятҡан мин дә инде.«Бире», гүйә, уны ишетмәй:—Бер ҡуллы кеше алып китә һине... алыҫҡа. Бер күҙе лә юҡ...—Ауыҙыңдан ел алһын! Етәр! Әллә нимәләр юрап ятма миңә! Нишана!—Зөһрә ҡалҡынып йоҙроғон һелкеп ала хатта,—Миңә күрәләтә бер ғәрипте теләп ята ишшыу бында! Үҙеңде алып китһен әйҙә бер ҡуллы, бер күҙле бисура.Иҫәрҙең тауышы баҫыла төшә:—Мин ул кеше кигәнсе бумайым, китәм...—Китерең буғымды! Йөрөрөң мәңге ошонда шул санаңды һөрәп. Мин бәләкәй саҡта ла йөрөй инең, ҡартайғас та йөрөрөң.Бынан ары һөйләшмәнеләр. Һепертмә буран аҫтында баҫылып, ойоп киткән еренән, әллә төн уртаһында, әллә инде иртәнсәк, баҫлығып саҡ уянып китте Зөһрә. Уянһа—лысма һыу. Әйтерһең өҫтөндәге ҡар иреп аҡҡан. Башын ҡалҡытырға итһә, үңәсе ярылып киткәндәй булды. Муйынына тотондо. А-ай, телен дә ҡыбырлатмаҫлыҡ итеп тамағы шешеп сыҡҡан икән. Маңлайы ла сатнап ҡына килә... Ҡыҙ торорға маташып улай тулғанды, былай тулғанды, унан бер айы ҡалҡынғайны, аяҡтарына баҫа алмай кире ҡолап китте. Аҙыраҡ ятҡас, тағы шулай маташты. Был юлы мәтәләп барып Санъярҙың өҫтөнә төштө. Тегеһе ҡурҡып уянды ла, һикереп тороп баҫты. Ҡыҙ уға тотоноп ҡалҡынырға итте, тик барыбер аяҡтары тыңламаны. Был юлы уны ҡолауҙан егет тотоп ҡалды.—Теймә миңә... Ишетәһеңме, бире?.. Бармағыңды тигеҙәһе.. бума... Һәнәк...Иҫәр, ҡулында һәленеп төшкән ҡыҙға ҡарап ҡалды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Аҙағы. Башы 36-сы һанда.
Аптырауының сигендә көлә генә алды:
—Һин нишәп илайың?
—Һин илағас... Һинең көсөң етмәгәс...
— ...
Ярты сәғәттәй һүҙһеҙ булғас, Зөһрә тағы өндәшә:
—Сәйфулла ҡустыңдың класташы Ҡасим миңә хат яҙа.
Быны ниңә әйткәндер, үҙе лә аңламай. Бер иҫәр менән тиң итеп һөйләшеп ултырыуын ҡыҙҙар белһә ятып көлөрҙәр ине лә, әле мәле ул түгел.
—Ҡасим ҡайтмай... Ул ҙур һыуға төшөп китә.
—Ыстағайым! Нимә һөйләйең, алйот!—тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала ҡыҙ.—Һине тыңлап ятҡан мин дә инде.
«Бире», гүйә, уны ишетмәй:
—Бер ҡуллы кеше алып китә һине... алыҫҡа. Бер күҙе лә юҡ...
—Ауыҙыңдан ел алһын! Етәр! Әллә нимәләр юрап ятма миңә! Нишана!—Зөһрә ҡалҡынып йоҙроғон һелкеп ала хатта,—Миңә күрәләтә бер ғәрипте теләп ята ишшыу бында! Үҙеңде алып китһен әйҙә бер ҡуллы, бер күҙле бисура.
Иҫәрҙең тауышы баҫыла төшә:
—Мин ул кеше кигәнсе бумайым, китәм...
—Китерең буғымды! Йөрөрөң мәңге ошонда шул санаңды һөрәп. Мин бәләкәй саҡта ла йөрөй инең, ҡартайғас та йөрөрөң.
Бынан ары һөйләшмәнеләр. Һепертмә буран аҫтында баҫылып, ойоп киткән еренән, әллә төн уртаһында, әллә инде иртәнсәк, баҫлығып саҡ уянып китте Зөһрә. Уянһа—лысма һыу. Әйтерһең өҫтөндәге ҡар иреп аҡҡан. Башын ҡалҡытырға итһә, үңәсе ярылып киткәндәй булды. Муйынына тотондо. А-ай, телен дә ҡыбырлатмаҫлыҡ итеп тамағы шешеп сыҡҡан икән. Маңлайы ла сатнап ҡына килә... Ҡыҙ торорға маташып улай тулғанды, былай тулғанды, унан бер айы ҡалҡынғайны, аяҡтарына баҫа алмай кире ҡолап китте. Аҙыраҡ ятҡас, тағы шулай маташты. Был юлы мәтәләп барып Санъярҙың өҫтөнә төштө. Тегеһе ҡурҡып уянды ла, һикереп тороп баҫты. Ҡыҙ уға тотоноп ҡалҡынырға итте, тик барыбер аяҡтары тыңламаны. Был юлы уны ҡолауҙан егет тотоп ҡалды.
—Теймә миңә... Ишетәһеңме, бире?.. Бармағыңды тигеҙәһе.. бума... Һәнәк...
Иҫәр, ҡулында һәленеп төшкән ҡыҙға ҡарап ҡалды.
Аҙна тирәһе һаташып-тулап ауырыны ла, килде лә торҙо Зөһрә. Өләсәһенең үләндәре лә килештеме? Ә Санъяр лыпын ятҡан. Ат егә белмәгән икән, бахыр, иҫен юйған Зөһрәне санаға һалып үҙе һөйрәп алып ҡайтҡан. Ҡалтырап, янып, аяҡтарын һөйрәп саҡ килеп еткән, тиҙәр. Һыуыҡ тейгән икән уға ла. Өләсәһе йәлләп өйҙәрендә алып ҡалған, тәрбиәләй бына хәҙер. Зөһрә лә эштән бушағанда эргәһенә килеп ултыра, тик һөйләшә алмай нишләптер ауырыу, шуға йыр йырлай йәки әкиәт һөйләй ҙә китә. Аңлаймы-юҡмылыр—ҡарап ҡына ятып ҡала.
Артабанғы ваҡиғалар уйламаҫтан ҡапыл үҙгәреп китте. Зөһрәгә повестка килде! Был яҡтан һуғышҡа алынған тәүге ҡыҙ булғас, уны оло шау менән бөтә ауыл сығып оҙатты. Шул китеүенән өс ай санитарҙар курсын үтте лә, ут эсенә инде. Нимә генә күрмәне, ниҙәр генә кисермәне ошо юлында! Бер ҡаты бәрелеш мәлендә, яу яланынан дәү кәүҙәле командирын һөйрәгәндә көсө етмәй ергә ятып үкһегәндә... «бире»нең һүҙҙәрен иҫләне... Унан ауылына хат яҙғайны, Санъяр шул ятыуынан тора алмай вафат булған, тинеләр.
Һуғыш бөттө. Күптән хаты килмәгән Ҡасимдың да ҡара ҡағыҙын алған булған икән туғандары. Ул Днепрҙы аша сыҡҡанда һыу төбөнә киткән... Сәйфулла ла күптән башын һалған, уға герой исеме биреп, орденын түшенә һалып ерләгәндәр, салют биргәндәр. Быларҙы бергә булған яуҙаштары яҙып ебәрә. Һуғыштың тәүге көҙө үк һәләк була ул. Ауылдаштары иҫәр ағаһын үҙҙәренә килгән хаттарҙы күрһәтеп әүрәтеп кенә йөрөткән икән. Ҡатындар тырышҡан... ә ул белгән. Ҡыуанып тыңлаған, таҡмаҡтарына ҡул сапҡан булған...
Тағы ла бер нисә йыл госпиталдә эшләгән Зөһрә, бер ҡулы һәм күҙен юғалтҡан фронтовикка эйәреп китеп, Кавказ тауҙары итәгендә ғүмер һөрә. Тыуған яғын һағынған йылы кистәрҙә ауылы, әсәһе, өләсәһе, әхирәт ҡыҙҙары менән бер рәттән «бире»не лә иҫләй. Ул бит уның ҡәҙерле хәтирәләренең бер өлөшө, иҫләмәй һуң...
Читайте нас: