Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Сентябрь 2017, 17:03

БИРЕ

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАСана һөйрәп килгән Санъярҙы күргән ҡыҙҙарҙың арыуы һыпырып алындымы ни? Кемуҙарҙан ҡаршы йүгереп, санаһына талаша ла башланылар. Береһе менеп ултырһа, икенсеһе уны төртөп төшөрөп, үҙе үрмәләй, өсөнсөһө быныһын аяғынан һөйрәп ташлап санаға ятып уҡ ала. Алаптай кәүҙәле иҫәр егет йә ҡуҙғалып китә алмай, йә был ут һымаҡ бисураларға ҡаршы төшөр һүҙ тапмай тапанып тик тора.—Йә! Нимә тораһың ҡатып? Апҡайт!—тип бойороҡ бирә Зөһрә, хатта ки етди төҫ менән.—Ҡайҙа?—Санъяр күҙҙәрен селт-селт йомғолай.—Үҙеңә инде! Кәләш итеп алаһың бит мине!—эргәләгеләре һығылышып көлә.—Ҡа-ай...—егет санаһын ебенән тартып яҡынайта ла, унда һуҙылып ятҡан ҡыҙҙы этеп төшөрөргә ҡыймай бер ҡат әйләнеп сыға.—Апҡайтмайым.—Апҡатмай ҡара! Санаңа менеп ултырас—ипсе! Мин һиңә бисә булам,—үҙе шул хәбәренән һуң сыҙамай тегеләргә ҡушылып хахылдай башлай.—Я-аҡ!..—иҫәр илай яҙып ҡаршылаша,—Кәрәкмәй... Миңә эт кәрәк. Тө-өш...—Кәрәген-кәрәкмәгәнен һорап тормайҙар аны! Санаңа ултыртмаҫ инең!Шул ваҡыт быларҙың арттарынан ҡала биреп сыҡҡан Рәхимә еңгә ҡыуып етә лә, килә килеп яҡтауынан тотоп сананы ауҙарып та ебәрә:—Ошолайт һин аларҙы, Санъяр, ҡоторғандарҙы!—Улайтып ҡына ҡалмай, йомшаҡ ҡарҙа аунап ятҡан Зөһрәнең еткәнлеген белдереп ҡалҡып-тупайып сыҡҡан түш-осаларын семеткеләп тә өлгөрҙө,—Йәки ошолайт!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Сана һөйрәп килгән Санъярҙы күргән ҡыҙҙарҙың арыуы һыпырып алындымы ни? Кемуҙарҙан ҡаршы йүгереп, санаһына талаша ла башланылар. Береһе менеп ултырһа, икенсеһе уны төртөп төшөрөп, үҙе үрмәләй, өсөнсөһө быныһын аяғынан һөйрәп ташлап санаға ятып уҡ ала. Алаптай кәүҙәле иҫәр егет йә ҡуҙғалып китә алмай, йә был ут һымаҡ бисураларға ҡаршы төшөр һүҙ тапмай тапанып тик тора.
—Йә! Нимә тораһың ҡатып? Апҡайт!—тип бойороҡ бирә Зөһрә, хатта ки етди төҫ менән.
—Ҡайҙа?—Санъяр күҙҙәрен селт-селт йомғолай.
—Үҙеңә инде! Кәләш итеп алаһың бит мине!—эргәләгеләре һығылышып көлә.
—Ҡа-ай...—егет санаһын ебенән тартып яҡынайта ла, унда һуҙылып ятҡан ҡыҙҙы этеп төшөрөргә ҡыймай бер ҡат әйләнеп сыға.—Апҡайтмайым.
—Апҡатмай ҡара! Санаңа менеп ултырас—ипсе! Мин һиңә бисә булам,—үҙе шул хәбәренән һуң сыҙамай тегеләргә ҡушылып хахылдай башлай.
—Я-аҡ!..—иҫәр илай яҙып ҡаршылаша,—Кәрәкмәй... Миңә эт кәрәк. Тө-өш...
—Кәрәген-кәрәкмәгәнен һорап тормайҙар аны! Санаңа ултыртмаҫ инең!
Шул ваҡыт быларҙың арттарынан ҡала биреп сыҡҡан Рәхимә еңгә ҡыуып етә лә, килә килеп яҡтауынан тотоп сананы ауҙарып та ебәрә:
—Ошолайт һин аларҙы, Санъяр, ҡоторғандарҙы!—Улайтып ҡына ҡалмай, йомшаҡ ҡарҙа аунап ятҡан Зөһрәнең еткәнлеген белдереп ҡалҡып-тупайып сыҡҡан түш-осаларын семеткеләп тә өлгөрҙө,—Йәки ошолайт!
Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡасышып, еңгә уларҙы ҡыуып китте. Санъяр, улар артынан, ауыҙы йырылып ҡарап тора бирҙе лә, санаһын һөйрәп артабан ҡуҙғалды.
Арыуыҡ йүгерешкәс, аһылдашып туҡтаны ҡыҙҙар төркөмө.
—Еңгәнең килгәнен күрмәй ҡалып, был Санъяр алып аттымы әллә тип, ҡот осто!—Зөһрә ауыҙынан боҫ борхотоп һаман хахылдай.
—Мин дә аңғармағанмын, анау алйотҡа ҡарап тороп,—уға Сәйҙә ҡушыла.
—Әллә ней ҡыҙыҡ табып булышаһығыҙ шуның менән? Алйот булһа ла ир бит, кәүҙәһе кәүҙәме. Ҡыҙып китеп бер ҡундырыр—тормаҫтай итер әйтәгүр,—Рәхимә инде етдиләнеп киҫәтә.
—Ул ҡундырғансы әле, ауыҙын саҡ астырабыҙ,—ҡыҙҙар аңларҙан түгел.
—Ана, мин йәш саҡта беҙҙең ауылда бер алйот шулай бер ҡыҙҙы көсләне, теге бала ғәрлегенән аҫылынып ҡуйҙы. Башы эшләмәгәндең башҡа ағзалары ишшыу яман эшләй тей ул—аңғарып.
Был хәбәрҙе ҡыҙҙар тағы көлкөгә күтәрҙе:
—Шунан, Зөһрә, барырһың алйот Санъярға бисәлеккә!
—Санаһына ултыртып апҡайтыр анда! Һа-һа-һай!
—Йәйәү йүгереп китерһең әлеү!
Был шаярыуҙарға йылмайып килһә лә, Рәхимә еңгә, бошонҡо ғына итеп өҫтәп ҡуйҙы:
—Бахырҙың ҡустыһына ла бахарункы килгән икән, бирсәҙәтел әйтмәҫкә ҡушҡан, әллә ҡайһы берҙәр бахарункынан һуң да ҡайта ла килә бит, тигән...
Ҡыҙҙар шау-шыуҙарынан үтеп был хәбәрҙе ишетмәне лә.
Санъяр менән Сәйфулла ауылға утарҙан күсеп килгән. Утарҙа буй еткереп, ата-әсәһе үлгәс, улар ауылға килеп, бер иҫке өйҙө йүнәтеп ингән. Санъярына егерме алты-егерме ете тирәһе барҙыр, ҡустыһы ун туғыҙҙа. Икеһе лә ҙур кәүҙәле булып, «һәлп-һөлп» итеп атлап йөрөр, эшкә ҡапыл тотоноп ҡыҙыу башҡарыр, арымай-талмай әллә нимәләр ҡыйратып бөтөр холоҡ-фиғелдәренә ҡарап ауыл халҡы уларҙы йә енлеләр, йә бирелеләр тине, тора-бара исемдәрен дә онотоп «теге биреләр» тине лә ҡуйҙылар. Шул «биреләр»ҙең олоһо аҡылға теүәл түгел. Уҡый-яҙа белмәй, күп нәмәне аңламай, бала аҡылы ла юҡ әллә үҙендә. «Бар, ана шуны эшлә, бар быны алып кил» тигәнгә эшкинә былай. Ҡустыһы ла шулайтып үҙенә иш итеп алып йөрөйҙөр.
Кеше яман да инде, шул иҫәрҙең дә ҡыҙығын табып тора. «Йәш бейәне егеп сыҡһам, аныһы алаҡанлап килеп көрткә төштө лә батты,—тип һөйләй икән бер ағай. —Тулап-тулап та сыға алмай, хәле бөттө. Шунда анау алйот «бире» килеп сыҡты, әй. «Ҡана, ҡустым, атымдың аҫтына инеп күтәр әле»,—тигән булһам, был барып аҫтына инде лә китте бит бейәнең, ансама тимәй елкәһендә күтәреп маташа. Бейәнең күҙе аҡайған, минең ҡот китте, саҡ аралап ебәрҙем. Эй, тыңлап көләләр. Икенсеһе һөйләй икән: «Ырҙынға аҡҡан ҡар һыуын аҙыраҡ ташып түк әле, тип ҡушҡан да придсидәтел, киткән икән, кискәрәк килһә был дүрәк һаман һыу ташып түгә икән! Арманһыҙ булған, аяғында саҡ баҫып тора тей, ә һаман ташый, тей. «Һин нимә, бөтөн яҙғы һыуҙы түгеп бөтөргә уйлайһыңмы?»—тип придсидәтел биҙрәләрен тартып алған. Һа-һа-һа!» Ошондай ҡыҙыҡтары күп ул алйот «бире»нең.
Ҡустыһы башта хеҙмәткә, унан һуғышҡа алынғас, Санъяр бер үҙе ҡалды. Күңелһеҙләнеп, етемһерәп киткәндәй булһа ла, колхоз эшендә һыпырылып йөрөй, шуға паегын да бирәләр. Председателдең күҙенә генә ҡарап тора. Улай тиһәң, олораҡ кешеләрҙең барыһын да һис һүҙһеҙ тыңлай ул, хатта йомош ҡушһалар шатлығынан йүгереп-йүгереп китә. Бигерәк тә күршеһе Менәүәрә әбейҙең һүҙен үтәргә ярата. Һыу кәрәк тиһә—һыуға бара, мәке уй тиһә—уя, ҡул арбаһы менән бесәнен дә ташыша, һыйырым ҡайтманы тиһә, уныһын эҙләп китә. Ҡарсыҡ айҙы алғым килә, тиһә, айға ла ырғып ҡарар ине ул алйот, тип көләләр башҡа күршеләре. Былай үҙҙәре лә «бире»нең ярҙамынан баш тармай, эшләтеп, тамағын туйҙырып, булғанда мунсаһын төшөрөп сығаралар. Аҡылы теүәл түгел тип ҡыйырһытҡан, ҡаҡҡан кеше юҡ, әммә зыянһыҙ көлөргә, юҡ-бар тип мәрәкәләргә әүәҫтәр инде. Ҡалайтаһың, ауыл халҡы шул бит инде.
Әле сана һөйрәп ырҙындан фермаға ем ташыуы. Аттар етешмәй, шуға председатель «бире»гә ваҡыты булғанда, ауылға ашарға юлланғанында, ем һалып алып барып йөрөргә ҡушҡан. Фермала мал аҫтын таҙалауҙа, ашатып-һуғарыуҙа йөрөгән иҫәр егет саҡ ҡына ҡулы бушау менән яҡтаулап эшләнгән ағас санаһын һөйрәй ҙә ырҙынға юллана, өс саҡрымды көнөнә әллә нисә урай. Шул йөрөүендә атҡа мохтажлыҡ та ҡалдырмай. Быға ҡыуанған әлеге председатель Бибисара апай: «Ай, шәп тә инде манау Санъяр ҡустым, бы һәтте бумаҫ! Кискә майлаптырып ыумас эсерәм икән»,—тиһә—бөттө! Эңер ҡуйырыуға саҡ туҡтатып алалар үҙен.
Зөһрә район үҙәгенән ҡайтырға сыҡҡайны, көн боҙолдо. Буран йырып атлауын атлай ҙа ул, бара торғас йүнәлешен юғалтып, аҙашты ла китте. Эшенән йөҙ һылтау табып көн һорап, военкоматҡа барып килеүе ине. Һуғышҡа киткеһе килә уның да. Былай ҙа ун һигеҙе тулғанын саҡ көтөп алды. Баштан уҡ алынған атаһы тәүге йыл уҡ һәләк булды, унан бер-бер артлы ике ағаһына ҡара ҡағыҙ килде. Шуларҙың үсен алмаҡсы ҡыҙ. Әсәһенән, ауылдаштарынан йәшереп үткәндә үк ғариза биреп сыҡҡайны, бөгөн тағы барып яңыртты яҙмаһын. Военком нимә генә тип өгөтләһә лә, һүгенеп әрләп ташлаһа ла, кире ҡайырылыр уйы юҡ. Барыбер китәсәк!
Күпме атлағандыр... Дөрөҫ барған булһа, ун ике саҡрымды күптән ҡайтып етергә тейеш. Ана шул аҙашҡанға ла йөрөйҙөр инде. Тик бер нисек тә ыңғайҙы самаларлыҡ түгел. Ер ҙә, күк тә, урман-ҡырҙар ҙа бер булып болғанып, геүләп-олоп тик тора. Арманһыҙ булған ҡыҙ, ҡалайтырға белмәй туҡтап аптырап торғанында, ҡаршыһындағы буран пәрҙәһен йыртып саналы ат килеп сыҡты. Уның да хәле шул сама, бер аҙым атлай ҙа туҡтай, атлай ҙа туҡтай. Санаһында әҙәм заты күренмәй. Зөһрәнең йәнәшенә үк килеп еткәс, ҡыҙ уның теҙгененән тотоп алды. Унан тәртәһе буйлап барып санаһын ҡараһа, хужаһы эт шикелле йомарланған да ятҡан, имеш. Әллә үлгәнме тип, төртһә юҡ икән, башын ҡалҡытты.
—Ба-а!—«бире» Санъярҙы күреүгә ҡыҙ аптырауҙан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.—Кем һиңә ат тотторҙо?
Күҙҙәрен секерәйтә биреп ҡарап Зөһрәне лә таныны иҫәр, бала кеүек ирәбе йылмайған булды.
—Кем ат бирҙе тейем?—иҫәргә ат тоттормағандарын белгән Зөһрә яуап талап итте.
—Ней... Бисара,—Бибисара апайҙың исемен әйтә алмай шулай тей ҙә ҡуя. Быға ышанғыһы килмәй ҡыҙҙың:
—Алдама!
—Алдамайым мин. Һалам апкил тине...—иҫәр ҡулындағы дилбегәһен ыуалап аҡлана.
Зөһрә уға һынай биреп ҡарай ҙа, тағы һорау бирә:
—Ҡайҙа киттең инде һаламға?
«Бире» яурындарын ғына һикертә лә, атҡа төртөп күрһәтә:
—Ул белә! Бая белде, апҡайттыҡ.
Муса ҡарттың көн дә һаламға йөрөгән аты белһә беләлер ҙә, тик быны сығарып ебәреүгә ни сәбәпсе булғандыр, тип уйлай уға ҡарап ҡыҙ. Унан санаға менеп тегенең ҡулынан дилбегәне һыпыра тартып алып, атты ҡыуа. Бик белдекле һәм уҫал ҡылана. Йәнәһе, иҫәр ҡурҡһын. Сөнки үҙе унан шөрләй. Шуны белдергеһе килмәй.
Һалам кәбәненә саҡ барып етте аттары. Ул арала ҡараңғы ҡуйырҙы, ә буран тынманы. Аяҡтан йығырлыҡ ел аҫтында һалам тейәү, тейәгән хәлдә лә арыған атты ҡыуыу була торған хәл түгел. Иҫәр нимәлер уйлайҙырмы, Зөһрә кәбән төбөнә сүгәләп аптыранып ҡалды. Шулай икәүләшеп өшөгәнсе ултырҙылар. Ахырҙа ҡыҙ бойороҡ бирә:
Дауамын гәзитебеҙҙең 36-сы һанында уҡығыҙ.