Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Июль 2017, 11:45

КЕМПИНГ ЯНЫНДАҒЫ БЫУАЛА. АҘАҒЫ.

Аҙағы. Башы 27-се, 28-се һандарҙа.Наил ЮЛДАШБАЕВИлһамдың крокодил тотоуы шул сәғәттә үк бөтә ауылға таралды. Барыһы ла быуаға ашыҡты, алыҫ илдәрҙән килгән ҡунаҡты күреп ҡалғылары килә ине. Шулай уҡ бөтәһе лә, ул быуаға нисек килеп эләккән, тигән бер һорауға яуап көттөләр. Тора-бара бөтәһе лә асыҡланды: Иван Иваныч дөрөҫ һиҙемләгән. Ысынлап та, крокодил Күгәрсен ауылында йәшәүсе Шәғәле исемле кешенеке булып сыҡты. Ул—күп кенә ауылдарҙа магазиндар асып, байып киткән бизнесмен, ауылдаштары уны шаяртып, «новый русский» тип тә йөрөтә. Былтыр яҙғыһын ғаиләһе менән Мысырға ял итергә барғанда алып ҡайтҡан булған ул һөйрәлеүсене. Малайының теләген үтәгән. Быйылғы яҙға тиклем өйҙә тотҡандар. Шул тиклем ҡулға өйрәнгән. Әлбиттә, бик тиҙ ҙурайған. Шуға май айында ишек алдына бәләкәй генә бассейн эшләп, шунда ебәргән булғандар. Төнгөлөккә өҫтөн ҡаплағандар. Бер көндө ҡараһалар, ул юҡ булған. Эҙләгәндәр, эҙләгәндәр ҙә тапмағандар. Ауыл халҡын ҡурҡытып ҡуймайыҡ, тип берәүгә лә әйтмәгәндәр. Йәнәһе, көҙгө һыуыҡтар етеү менән үҙе дөмөгәсәк. Уларҙың кәртә артынан Ямашлы йылғаһы аға, крокодил, ахыры, шул йылға буйлап быуаға менеп киткән…

Аҙағы. Башы 27-се, 28-се һандарҙа.
Наил ЮЛДАШБАЕВ
Илһамдың крокодил тотоуы шул сәғәттә үк бөтә ауылға таралды. Барыһы ла быуаға ашыҡты, алыҫ илдәрҙән килгән ҡунаҡты күреп ҡалғылары килә ине. Шулай уҡ бөтәһе лә, ул быуаға нисек килеп эләккән, тигән бер һорауға яуап көттөләр. Тора-бара бөтәһе лә асыҡланды: Иван Иваныч дөрөҫ һиҙемләгән. Ысынлап та, крокодил Күгәрсен ауылында йәшәүсе Шәғәле исемле кешенеке булып сыҡты. Ул—күп кенә ауылдарҙа магазиндар асып, байып киткән бизнесмен, ауылдаштары уны шаяртып, «новый русский» тип тә йөрөтә. Былтыр яҙғыһын ғаиләһе менән Мысырға ял итергә барғанда алып ҡайтҡан булған ул һөйрәлеүсене. Малайының теләген үтәгән. Быйылғы яҙға тиклем өйҙә тотҡандар. Шул тиклем ҡулға өйрәнгән. Әлбиттә, бик тиҙ ҙурайған. Шуға май айында ишек алдына бәләкәй генә бассейн эшләп, шунда ебәргән булғандар. Төнгөлөккә өҫтөн ҡаплағандар. Бер көндө ҡараһалар, ул юҡ булған. Эҙләгәндәр, эҙләгәндәр ҙә тапмағандар. Ауыл халҡын ҡурҡытып ҡуймайыҡ, тип берәүгә лә әйтмәгәндәр. Йәнәһе, көҙгө һыуыҡтар етеү менән үҙе дөмөгәсәк. Уларҙың кәртә артынан Ямашлы йылғаһы аға, крокодил, ахыры, шул йылға буйлап быуаға менеп киткән…
Шәғәле лә быуалағы ваҡиғаны ишетеп, машинаһында килеп етте. Ул Иван Иваныч һәм Илһам менән нимәлер һөйләште. Шунан бер нисә ир менән крокодилды арҡанға сырмап, машинаға тейәнеләр ҙә ауыл яғына ҡуҙғалып киттеләр. Күпмелер ваҡыттан һуң, уны Ырымбурға юлланған, тип һөйләнеләр. Крокодилды унда ҡайҙа иткәндер, береһе лә белә алманы.
Иң ҡыуанғаны Иван Иваныч ине. Ул шул үк көндө кис Илһамды, уның туғандарын һәм дуҫтарын, шулай уҡ тағы ла әллә кемдәрҙе кемпингтағы кафеһына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йыйыла башлаған ҡунаҡтар башта төрлө экзотик илдәрҙән алып ҡайтҡан йән эйәләренә яуапһыҙ ҡараған бөгөнгө байҙарҙы тиргәп алды. Ундайҙарға ҡаты закондар кәрәк, тигән һығымтаға килделәр. Байрам башланып китеп, әҙерәк ҡыҙып алғас, Илһамды күккә күтәреп маҡтай башлыналар. Уға «Крокодил Илһам» тип исем дә ҡуштылар. Артабан инде, градустары тағы ла артып киткәс, Иван Иваныч иң яҡшы кешегә әүерелде…
Ә был ваҡытта... Ә был ваҡытта, төн уртаһында, Сибай яғына китеп барған ниндәйҙер бер ҙур ғына джип быуа янына килеп туҡтаны. Башта машинанан береһе лә сыҡманы. Кабина эсенән ҡатын менән ир тауыштары ишетелде. Улар талашалар ине, буғай. Руль артында ултырған ир нимәлер тип һүгенә-һүгенә килеп сыҡты ла, артҡы багажникты асып, унан көскә-көскә күтәреп нимәнелер ергә төшөрҙө. Һыу флягаһы ине. Ике ҡулы менән уның ике ҡолағынан тотто ла, алпан-толпан баҫып быуа янына ките. Барып еткәс, ҡапҡасын асып, эсендәгеһен быуаға түңкәрҙе. Өфөнән бирле өс сәғәттән артыҡ йонсоп килгән дүрт-биш пиранья балығы һыуға төшөү менән быуа буйлап йөҙөп китте. Уларҙы ла яңы мажаралар көтә ине…