Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
14 Июль 2017, 11:54

КЕМПИНГ ЯНЫНДАҒЫ БЫУАЛА. Дауамы.

Башы 27-се һанда.Башта, тиҫтәләгән йылдар буйы йыйған тәжрибәһенә таянып, быуаның ҡайһы тирәһендә йәйендәр һәм суртандарҙың йәшеренеп ятырын билдәләп алды. Биш-алты урынды төҫмөрләне ул. Уның тәжрибәһе бер ваҡытта ла алдамағанын хәҙер һәр балыҡсы белә. Бөгөн дә шулай булыр тип уйлайбыҙ. Машинаһынан йыртҡыс балыҡтарға тип әҙерләнгән махсус ҡармаҡтарын—бәрәметтәрҙе сығарып һалды. Уларҙы өйҙә үк әҙерләгәйне. Бер нисәүһенә еҫләнә башлаған эре генә ҡушбаш балыҡтарын эләктерҙе, уларға суртандар шәп ҡабасаҡ. Кем белә, бәлки быуа төбөндә ысынлап та йәшәгән суртан йөрөйҙөр. Икенселәренә өтөлгән турғай ҡоштарын элде—былары йәйендәрҙең яратҡан аҙығы. Бөтәһе лә әҙер булғас, кәмәһенә һауа тултырып һыуға төшөрҙө лә, булған әйберҙәре менән уға менеп ултырып, быуа буйлап йөҙөп китте. Ашыҡмай ғына бәрәметтәрҙе урынлаштырып сыҡты. Эшен бөтөрөп, кәмәһен һәм башҡа нәмәләрен йыйып, «Нива»һының артына һалды ла руль артына менеп ултырҙы. Ҡояш та байып бара ине инде. Ул әҙерәк ҡараңғылана башлаған быуаға ҡарап ултырҙы. Быуа хәҙер серле генә түгел, ә нисектер шомло ла булып күренә ине. Әллә баяғы аждаһалар, динозаврҙар тураһындағы имеш-мимештәр шулай тәьҫир итә…

Башы 27-се һанда.
Башта, тиҫтәләгән йылдар буйы йыйған тәжрибәһенә таянып, быуаның ҡайһы тирәһендә йәйендәр һәм суртандарҙың йәшеренеп ятырын билдәләп алды. Биш-алты урынды төҫмөрләне ул. Уның тәжрибәһе бер ваҡытта ла алдамағанын хәҙер һәр балыҡсы белә. Бөгөн дә шулай булыр тип уйлайбыҙ. Машинаһынан йыртҡыс балыҡтарға тип әҙерләнгән махсус ҡармаҡтарын—бәрәметтәрҙе сығарып һалды. Уларҙы өйҙә үк әҙерләгәйне. Бер нисәүһенә еҫләнә башлаған эре генә ҡушбаш балыҡтарын эләктерҙе, уларға суртандар шәп ҡабасаҡ. Кем белә, бәлки быуа төбөндә ысынлап та йәшәгән суртан йөрөйҙөр. Икенселәренә өтөлгән турғай ҡоштарын элде—былары йәйендәрҙең яратҡан аҙығы. Бөтәһе лә әҙер булғас, кәмәһенә һауа тултырып һыуға төшөрҙө лә, булған әйберҙәре менән уға менеп ултырып, быуа буйлап йөҙөп китте. Ашыҡмай ғына бәрәметтәрҙе урынлаштырып сыҡты. Эшен бөтөрөп, кәмәһен һәм башҡа нәмәләрен йыйып, «Нива»һының артына һалды ла руль артына менеп ултырҙы. Ҡояш та байып бара ине инде. Ул әҙерәк ҡараңғылана башлаған быуаға ҡарап ултырҙы. Быуа хәҙер серле генә түгел, ә нисектер шомло ла булып күренә ине. Әллә баяғы аждаһалар, динозаврҙар тураһындағы имеш-мимештәр шулай тәьҫир итә…
Ә был ваҡытта машинанан алыҫ түгел ҡамышлыҡтар үҫкән ерҙә, һыу төбөнән уға бәзрәйеп ике күҙ текләй ине. Улар һыуҙағы тәмле итеп ҡурылған турғай еҫтәрен тойоп, йәшенеп ятҡан ерҙәренән килеп сыҡҡайны. Ләкин балыҡсы уларҙы күрмәне, машинаһын тоҡандырҙы ла ҡайтыу яғына ыңғайланы. Уға иртәгә иртә менән килергә кәрәк бит...
Иртәгеһен ҡояш та сығып өлгөрмәгән, ә беҙҙең балыҡсы, кәмәһенә ултырып, бәрәметтәрҙе ҡарап йөрөй ине инде. Турғай эләктерелгән ҡармаҡтарҙың береһе лә юҡ ине, уларҙың бөтәһе лә ебе менән ҡуша өҙөп алып кителгән. Был балыҡ бик көслө булғанға оҡшай, тип уйлап алды Илһам. Еҫләнгән сабаҡтарҙың береһе бөтөнләй тейелмәгән, ә икенсеһе балыҡсыны шаҡ ҡатырҙы: ул ҡармаҡта күҙҙәре аҡайған бер ҙур суртандың башы ғына эленеп тора ине. Кәүҙәһен нимәлер өҙә тешләп алып киткән. Башының ҙурлығына ҡарағанда, ул өс-дүрт кило тирәһе булғандыр.
—Бына һиңә мә… Нимә булырға мөмкин? Ысынлап та бында динозавр йәшәй микән ни?—тип аптыраны ул. Уны ҡурҡыу тойғоһо биләп алғандай булды. Ләкин ул тойғо нисек килде, шулай юҡ булды. Илһам ҡурҡаҡтарҙан түгел ине. Алдына маҡсат ҡуйған икән, барыбер барып етәсәк. Ә был суртандың башы уның тик сәмен генә арттырып ебәрҙе.
Бына әле лә ул, оҙаҡ уйлап тормайынса, машинаһына ултырып, ауылға табан елдерә ине. Бөтәһен дә ҡабаттан әҙерләргә кәрәк. Был юлы соланда турғай баҫтырып йөрөмәне, туп-тура магазинға барҙы ла бер нисә кило тауыҡ бото һатып алды. Турғайҙарҙы һәм суртанды ашаған икән, был ҡош итенән дә баш тартмаҫ. Өйөнә ҡайтып, келәтендә ятҡан бер бәйләм тимер сымдарын тейәп алды. Баяғы йән эйәһен ҡармаҡ ептәре менән генә сығарып булмаясағын Илһам аңлағайны инде, хатта йәйенгә тәғәйенләнгәне лә ярҙам итмәйәсәк. Ә бына тимер сымын өҙә алмаҫ.
Быуаға килеп етеү менән, бәрәметтәрҙе ҡабаттан яһай башланы: тимер сымдарын тигеҙ итеп өскә бүлде; һәр береһенә, уларҙың оҙонлоғо ун метр самаһы булалыр, иң ҙур ҡармаҡтарҙы бәйләне; уларға баяғы тауыҡ боттарын эләктерҙе. Кәмәһенә ултырып, кисәге урындар буйлап йөрөп, бәрәметтәрҙе урынлаштыра башланы. Аҙаҡҡыһын һыуға һелтәп, икенсе осон ярҙан сығып торған ҡайын тамырына бәйләргә уйланы. Шул ваҡыт бәрәметте һыу төбөндә нимәлер ҡапыл тартып ҡуйҙы. Илһам аптырап, сымдың осон усына ураны. Теге икенсегә тартты. Тартты ла башҡа ебәрмәне—һыу төбөнә һөйрәй башланы. Илһам да аптырап торманы, бөтә көсө менән уға ҡаршылыҡ күрһәтергә тырышты. Ләкин килеп сыҡманы, һыу аҫтындағы йән эйәһе уны кәмәһе менән ҡуша һөйрәй башланы. Ярҙан алыҫлаша барғанын күргән Илһам тиҙ генә кәмәнән һыуға «шап» итеп һикереп төштө лә, биленән һыуға батҡан килеш, бәрәметте һөйрәп, ярға табан ынтылды. Теге лә бик көслө ине, ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Хатта беҙҙең балыҡсы уның ҡапыл тартыуына йығылып китә яҙҙы. Ул бар тырышлығын һалып кире тартты, ләкин көсө етерлек түгел ине. Шулай тартыша торғас, Илһам, сымды ҡулына тотҡан килеш, ялп итеп һыуға ҡоланы.
—Ҡармаҡтан ысҡынып китте, ахыры,—тип һөйләнә-һөйләнә тороп, сымдың осон тартып сығарып ҡараны. Аптырап китте: ҡармаҡ бөтөнләй юҡ, ә сымдың осо сәйнәп өҙөлгәнгә оҡшап тора. Йәйендәрҙең тимер сымдарҙы сәйнәп өҙөрлөк ундай эре тештәре юҡ та баһа! Етмәһә, ҡалай көслө, яңғыҙың ғына сығарырмын тимә… Нимә булырға мөмкин?—Ул шаптырлай-шаптырлай ярға сығып баҫты ла, уны күрергә теләгәндәй, һыу төбөнә текләне. Ләкин бер нәмә лә күренмәне, һыу ҙа буръяҡ ине. Был ваҡытта Илһамдың өҫтөнән шабырлап һыу аға, ә ҡулдары бер туҡтауһыҙ ҡалтырай ине…
Юҡ, ул был юлы ла артҡа сигенмәне. Киреһенсә, унда балыҡсы сәме урғылып ҡайнай башланы. Ысын балыҡсыларҙың ғәҙәте шулай бит ул: әгәр уларҙан ниндәйҙер ҙур балыҡ ысҡынып китһә, өс-дүрт көн йөрөһәләр йөрөйҙәр, тотмайынса туҡтамайҙар. Илһам менән дә шулай булды. Ул хәҙер асығыуын да онотто, тирә-яғында барған ваҡиғаларға ла иғтибар итмәй ине—ваҡыт уның өсөн туҡтаны.
Ул шулай бөтә көсө менән тағы һунарға әҙерләнә башланы. Был юлы магазинға ла барып торманы. Ҡатынының нимәлер тип ҡысҡырғанына ла иғтибар итмәй, ишек алдында йөрөгән бер тауыҡты йыға һуҡты ла, һә тигәнсе салып, йөнөн йолҡҡолап, пакетҡа әҙерләп һалып та ҡуйҙы. Эсен таҙартып та торманы. Шулай тәмлерәк булыр, тип уйланы. Ярай, балыҡҡа емде әҙерләү ҡыйын түгел дә ул. Бына уны нисек һөйрәп сығарырға икән? Бер кешенең генә көсө етерлек түгел бит… Әллә берәйһенә әйтергәме? Илһамды тағы икенсе нәмә борсоно: бәрәметте нимәнән эшләргә һуң? Ҡармаҡ ебе лә, тимер сымы ла түҙмәне бит. Берәй нәҙегерәк трос булғанда… Ҡапыл уның хәтеренә кәртә артында ултырған белорусы иҫенә төштө. Уның артындағы лебедкаға трос уралған да баһа. Яңылышмаһа, уның диаметры алты миллиметр булалыр. Шуны тағатып алырға уйлап, кәртә артына юлланды. Техника янына барып еткәйне, ҡапыл башына шундай ҡыйыу уй килде: «Нишәп мин тағатып торам әле. Тотам да быуаға белорусь менән барам. Тросты лебедканан ысҡындырмай ғына быуаға елләһәм, яҡшыраҡ була ла баһа. Эләкһә, шул уҡ лебедка менән һөйрәйәсәкмен. Өҙә лә алмай, шулай уҡ һөйрәп сығарырға көс тә етәсәк. Бына бит бына, баш тигәнең…»
Артабан күп уйлап торманы. Тиҙ генә белорусын тоҡандырып, әҙерләгән бөтә нәмәһен тейәне лә, геүләп сығып та китте. Артынан саң ғына борҡоп ҡалды. Барып еткәс, быуаның һул яғына сыҡты ла ярға арты менән килеп туҡтаны. Лебедканы тоҡандырып, тросты етәрлек оҙонлоҡта тағатты. Осона иң ҙур һәм иң йыуан ҡармаҡты бәйләне лә, уға ҡаны ағып торған тауыҡты эләктереп, быуаға ташланы. Беларусын һүндереп, үлән өҫтөнә төшөп ултырҙы. Ҡояш байып, эңер төшкәйне инде. Хәҙер көтәһе генә ҡала…
Төнө буйы ултырҙы Илһам. Кабинаға инеп серем итеп тә алды. Ләкин бәрәметен бер нимә лә борсоманы. Уның ҡарауы, иртә менән уны серәкәйҙәр йонсотто. Ул шуларҙы ҡыуып, ҡулдарын һелтәп ултыра торғас, ҡояш сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Эй, ошо балыҡта ваҡыт тиҙ үтә лә инде! Яңы ғына кис ине, ә хәҙер ана яңы көн тыуып, бөтә донъя йәнләнә башланы. Шул ваҡыт быуаның түбәненән был яҡҡа табан өс кеше килгәне күренде. Алдағыһы, йыуанырағы була инде, Иван Иваныч, ә арттағылары уның малайҙары булып сыҡты. Иртә менән ни эш ҡыйратып йөрөйҙәр икән?
—Нисек хәлдәр, Илһам?—тип ҡулын һуҙҙы, килеп етеү менән кемпинг хужаһы. Кәйефе юҡ икәне күренеп тора.—Эшең килеп сығырҙаймы?
—Бына көтөп ултырам әле,—тине Илһам, үҙе аяғүрә баҫып һаулыҡ һорашты.
—Нимә көтәһең? Ә белорусың бында нишәп ултыра ул? «Нива»ң боҙолдомо әллә?
Ләкин Илһам һорауҙарға яуап биреп өлгөрмәне. Ҡапыл нимәлер «зыңҡ» итеп ҡалды. Икеһе лә бер нәмә лә аңламай тауыш килгән яҡҡа боролдо. Белорустың артынан быуаға табан һуҙылған трос тағы «зыңҡ» итеп тартылды. Хатта трактор урынында һеңкеп ҡуйҙы. Бөтәһен дә аңлаған беҙҙең балыҡсы:
—О! Эләкте! Эләкте!—тип белорусына һикереп менде лә, бөтә һыу буйын яңғыратып, уны тоҡандырып ебәрҙе. Әҙерәк тора биргәс, ләззәт менән лебедканы эшкә ҡушты. Ул яйлап ҡына тросты үҙенә урай башланы. Илһам кабинанан төштө—ҡалғанын техника үҙе лә эшләй ине. Ҡулдарын кеҫәһенә тығып, аяҡтарын кирә баҫып, күҙҙәрен быуаға төбәне.
—Эләкте, эләкте. Хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ,—тине ул йылмайып. Ә Иван Иваныч һаман бер нәмә лә аңламай, бер Илһамға, бер белорусҡа, бер быуаға аптырап ҡараны. Малайҙар ҙа яр башына килеп, ҡайһы яҡҡа ҡарарға икән тигән һымаҡ торалар ине. Ҡапыл уларҙың береһе, ҡулдарын быуаға төртөп:
—Суртан! Суртан! Ан-а-а, ҙу-у-ур суртан!—тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә шул яҡҡа боролдо. Унда, ярҙан ун метр алыҫта, быуаның төбөнән метрҙан ашыуыраҡ әллә суртан, әллә башҡа төрлө балыҡ—әле нимә икәне асыҡ күренмәй—ялп-йолп итеп тулай-тулай сығып килә ине. Ул йә аҫҡа төшөп юҡ була, йә өҫкә күтәрелә; йә һул яҡҡа, йә уң яҡҡа тартыла. Бөтәһен дә аңлаған Иван Иваныч, ҡыуанысынан ҡулдарын ыуа-ыуа тегеләй-былай йүгерә башланы, ә үҙе:
—Молодец, Илһам! Молодец! Эләктерҙең бит әй! Вот исмаһам балыҡсы! Бына хәҙер бизнес ходҡа китәсәк!—тип ҡысҡыра ине. Шул ваҡыт малайҙарҙың икенсеһе:
—Ҡара әле, суртандың аяҡтары ла бар!—тип ҡысҡырып ебәрмәһенме. Ысынлап та, һыу төбөнән сығып килгән дәү балыҡтың дүрт яҡҡа тарбайған аяҡтары ла күренә башланы. Бындайҙы күргәне булмаған Илһам, ярға яҡыныраҡ килеп, устарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, сығып килгән йән эйәһенә ныҡлабыраҡ текләне.
—Атаҡ! Был крокодил түгелме ни?—тине ул, аптырап Иван Иванычҡа ҡараны. Ә быуаның хужаһы урынында ҡатып, бөтөнләй телһеҙ ҡалған ине. Дөрөҫ, тулай-тулай сығып килгән һыу хайуаны тропик илдәрҙә йәшәүсе крокодил ине. Оҙонлоғо метр ярым булалыр. Бына ул тулай-тулай ярға килеп етте. Һөйрәлеп өҫкә табан менә башланы. Крокодил бөтә көсө менән тартыша, ҡапыл әйләнеп китә йә ситкә һикерергә маташа, ләкин бер нимә лә килеп сыҡмай. Белорустың лебедкаһы бер нимәгә ҡарамай уны аҡрынлап һөйрәне лә һөйрәне. Был ваҡытта малайҙар өҫкә, тау яғына ҡарай ҡасып, шунан ҡарап торалар. Уларҙың йөҙөндә ҡурҡыуға ҡарағанда, ҡыҙыҡһыныу өҫтөнлөк иткән һымаҡ. Иван Иваныч аңына килеп, ҡайҙандыр күҫәк табып, яҡындағы ҡайын артына йәшенгән. Илһам ғына артыҡ ҡурҡманы. Крокодил тауыҡты йотҡан икән, ҡармаҡ уның ашҡаҙанына йә тамағына эләккән булырға тейеш, шуға ысҡынырлыҡ түгел, тип уйланы ул. Ә тросты бер нисек тә өҙә алмаясаҡ. Бына ул һөйрәлеп тракторҙың артына килеп етте һәм өҫкә күтәрелә башланы. Ҡанға буялған мороно лебедкаға килеп терәлгәйне, техника эшләүҙән туҡтаны. Илһам кабинаға менеп һүндереп өлгөргәйне. Тирә-яҡ тын булып ҡалды. Малайҙар аҡрын ғына көрәш барған ергә яҡынланы. Иван Иваныч та, йәшеренгән еренән сығып, һаҡ ҡына белорусь янына килде. Эре осло тештәрен ыржайтып, ауыҙынан сыҡҡан тросҡа эленеп торған хайуанға ҡарап торҙо ла:
—Ошоноң һымаҡ йәнлекте мин ҡышҡыһын Шәғәлиҙәрҙең өйөндә күргәйнем. Тик ул бер метрға ла етмәй ине шикелле,—тип һөйләнде ул, елкәһен тырнап...
Был ваҡытта теге яҡ ярҙағы оло юл буйында ниндәйҙер автобус янындағы кешеләр, пассажирҙар булһа кәрәк, был яҡ ярҙа барған мажараны кеҫә телефондарына төшөрөп маташа ине...
Дауамы бар.