Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Июль 2017, 18:37

КЕМПИНГ ЯНЫНДАҒЫ БЫУАЛА

Мажаралы хикәйәЯмашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, аҡрын ғына таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙары менән мансыла башланы. Һыу өҫтөндәге аҡһыл томан аҡрын ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында—уң яғында Өфө-Сибай юлы һуҙылған—төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап үҙ ҡорбандары артынан баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле—кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…

Мажаралы хикәйә
Ямашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, аҡрын ғына таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙары менән мансыла башланы. Һыу өҫтөндәге аҡһыл томан аҡрын ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында—уң яғында Өфө-Сибай юлы һуҙылған—төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап үҙ ҡорбандары артынан баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле—кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…
Ошо иҫ киткес матурлыҡ ҡосағында, быуаның ҡайындар үҫкән яғындағы яр башында Илһам балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Күгәрсен ауылында йәшәүсе (ул ауыл быуаға яҡын ғына урынлашҡан) урта йәштәр тирәһендәге ир уҙаманы ул. Нәҫеле, туған-тыумасаһы, һөнәре тураһында һөйләп тормай ғына, бик шәп балыҡсы, тип таныш-тырһам, етеп торор. Бына әле уның бында килеүенә ярты сәғәт тә үтмәне, ә ул ете-һигеҙ алабуға, бер нисә ҡушбаш балығын һөйрәп тә сығарҙы. Бөгөн балыҡ шәп булмаҡсы, ахыры. Быуаға ял итеүселәр йыйыла башлағансы, бер биҙрә тирәһе тотасаҡ ул. Шуға Илһамдың кәйефе бик шәп.
…Ошолай ләззәтләнеп ултырған ваҡытта, ҡаршы яҡтағы яр буйында ҡайҙандыр ҡаҙҙар көтөүе пәйҙә булды. Аҫтан килеп сыҡтылармы, өҫтән төштөләрме, беҙҙең балыҡсы күрмәйерәк ҡалды. Улар аҡрын ғына ҡамыштар эргәһендә йөҙөп йөрөй. Ҡайһы берҙәре баштарын һыуға тығып нимәлер эҙләй, икенселәре суҡыштары менән ҡанат аҫтарында соҡсоналар—ҡыҫҡаһы, улар ҙа тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнә. Ҡаҙ-өйрәктәрҙең йылға өҫтөндә йөҙөп йөрөүе балыҡсылар өсөн бәлә бит инде ул. Шуға Илһам, уларҙы был яҡҡа килтермәҫ кәрәк тип, ярҙа үҙенең барлығын белдереү өсөн, тамағын ҡырҙы ла аяҡ өҫтө баҫты. Ләкин ошо ваҡыт көтөлмәгән күренештең шаһиты булырға тура килде уға.
Йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙарҙың береһе ҡапыл ҡаңҡылдап ҡысҡырып ебәрҙе лә һыуҙы шапылдатып, ҡанаттарын ҡаға башланы. Һәм күҙ асып йомған арала, һыу төбөнә төшөп тә китте. Башҡа ҡаҙҙар ҙа ҡаңҡылдаша-ҡаңылдаша төрлө яҡтарға һибелде. Баяғы төшөп киткән ҡаҙ тирәһендәге һыу өҫтөндә боғорлап һыу күбектәре ҡалҡып сыға башланы һәм… Һәм бер нисә секундтан һуң ул күбектәр ҡып-ҡыҙыл ҡан менән болғанды, ә ҡаҙ үҙе башҡа күренмәне…
Аптырабыраҡ ҡалған Илһам баҫҡан килеш ҡатып ҡалды. «Нимә булды был? Ҡаҙҙы нимә һөйрәп алып төшөп китте? Йәйенме?... әллә суртанмы?»—тигәнерәк уйҙар йүгереп үтте уның башынан.—Күп йыллыҡ тәжрибә туплаған балыҡсыларҙан Оло Эйек йылғаһында йәшәгән йәйендәрҙең һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән ҡош-ҡорттарға һөжүм иткәндәре тураһында һөйләгәндәрен ишеткәне бар Илһамдың. Тик был быуаға йәйен ҡайҙан килһен? Ямашлы йылғаһында түгел, аҫтараҡ, унан ике тапҡырға ҙурыраҡ Оло Һүрәм йылғаһында уларҙың еҫе лә юҡ! Ә бына суртандар бында күп. Быуаһының эшләнеүенә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте бит инде. Шуға йәшәгән суртандар ҙа барҙыр. Эйе, эйе, баяғы ҡаҙҙы һөйрәп алып китеүсе шундай суртандыр ул. Башҡа нимә булһын?
—Илһам! Нимә булды ул?—тип кемдер ҡысҡырҙы. Илһам тауыш килгән яҡҡа күҙ һалды. Өҫтәрәк, тау морононда тағы бер балыҡсы ултырған булған икән. Нисек уны күрмәгәндер инде. Фәрит, буғай. Аһа, тағы ла үрҙәрәк икенсеһе күренде. Ул да аяғөҫтө баҫҡан да, аптыраған ҡиәфәттә, елкәһен тырнап тора. Илһам улар яғына боролоп:
—Суртан булды шикелле,—тип яуапланы ла, артабан нимә булыр икән тип, күҙәтә башланы. Ләкин мажара башҡа ҡабатланманы. Ҡаҙҙар ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бер урында өйөрөлдөләр ҙә аҫҡа төшөп китте. Баяғы ҡаҙ ҙа, уны һөйрәп алған йән эйәһе лә күренмәне.
Илһамдың күңелен ниндәйҙер шомлолоҡ яулап алғандай булды. Тәпәй баҫа башлағандан бирле балыҡҡа йөрөп тә ундай күренешкә тап булғаны юҡ ине шул. Уның кәйефе төштө. Ни өсөндөр балыҡ та ҡапмай башланы. Башҡа ваҡытта иртә менән кеше тауыштарынан гөрләй башлаған кемпинг та бөгөн тып-тын. Күтәрелеп килгән ҡояшты ҡайҙандыр килеп сыҡҡан ҡара болоттар ҡаплап алды. Тирә-яҡтың ҡараңғыланыуынан Илһамдың хатта тәндәре зымбырлап ките. Ул тағы ярты сәғәт тирәһе ултырҙы ла, ҡармаҡтарын йыйып, башҡа кәрәк-яраҡтарын рюкзагына тултырып, яр башында торған «Нива»һына ултырҙы ла ауыл яғына ыңғайланы. Ошо мәлдә үҙе ултырған ярҙың аҫтындағы һыу төбөнән яйлап ҡына үтеп киткән метр ярымлыҡ ҡара шәүләне күрмәй ҡалды ул…
…Алты күҙ күргән, алты ҡолаҡ ишеткән был ваҡиға йәшен тиҙлеге менән бөтә ауылға таралды. Төшкө аш ваҡытында инде бөтәһенең ауыҙында тиерлек шул ҙур суртан ине. Берәүҙәре уны ике метр самаһы тиһә, икенселәре ауырлыҡ үлсәме менән егерме кило тирәһе булалыр, тип хәбәр һатты. Хатта ҡайһы бер тел оҫталары, онотолоп китеп, суртандың нисек итеп ҡаҙҙы һоғоноуын үҙ күҙҙәре менән күргән һымаҡ итеп һөйләй башланы!
Ә инде ҡояш байыуға табан ыңғайлағанда, быуа тирәһендә гөрләшеп тиҫтәләгән балыҡсы йөрөп ята ине инде. Улар төрлө юлдар менән баяғы суртанды тотоп маташа: кемдер бәрәмет һала, кемдер ялтмаҡ елләй, кемдер ҡамыш араһына ау ҡора. Балыҡсылар ҡояш байып, ҡараңғы төшкәнсе йөрө-нөләр, төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәләгән суртан эләктерҙеләр, ләкин ҡаҙ һоғонорлоғо сыҡманы. Тик беҙҙең геройыбыҙ Илһам ғына был «ярышта» ҡатнашманы, иртәнсәк төшөп киткән кәйефе һаман күтәрелмәй ине. Был «һабантуй» ике-өс көн дауам иткәндер, хатта Иҫәнғолдан да тәжрибәле балыҡсылар килде. Барыбер һөҙөмтәһе шул ике-өс килограмлы суртандар булып ҡалды, тора-бара бөтөнләй улары ла эләкмәй башланы. Ҡурҡытып бөттөләр, ахыры. Бер нисә көн үтеп тә китте. Балыҡсылар ҙа аҡрынлап һыуындылар, ул суртан тураһында бөтөнләй онота башлағайнылар инде. Эйе, тағы бер ваҡиға булма-һа, оноторҙар ине. Ә ул былайыраҡ булды…
…Күгәрсен ауылының үҫәргәндәр урамында йәшәүсе Роберт исемле бер малай кешеләргә ялланып, кәзә көтөргә ярата ине. Бына шулай йәй буйы аҡса эшләй ул. Һигеҙенсе класты ғына тамамлаһа ла эшкә бик әрһеҙ. Шуға уны малай тип әйтеү, әлбиттә, кәмһетеү һымаҡ килеп сыға. Егет тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Бына бөгөн дә ул иртә менән тороп, кәзә көтөүен ауыл үренә ҡарай алып китте. Үҙҙәренән өс өй аша үрҙәрәк йәшәүсе бер инәй уны яллағайны.
Көтөүҙе яйлап ҡына Ибрай менән Сибай яҡтарына киткән юл араһындағы тау баштарына алып менеп китте. Кәзәләрҙе үлән күп булған битләүҙәрҙән йөрөтөп ашатты. Ҡояш төшлөккә яҡыная башлағас, көтөүҙе баяғы быуаға табан ыңғайлатып ебәрҙе. Быны һиҙгән кәзәләр тау башынан саң борҡотоп йүгереп төштөләр ҙә, оло юл аша үтеп, кемуҙарҙан һыуға ташландылар. Ҡойроҡтарын болғай-болғай рәхәтләнеп һыу эстеләр. Һыуһындарын ҡандырып алғандан һуң, аҡрын ғына яр буйына сығып ята башланылар. Әсәләрен саҡырып ҡысҡырған кәзә бәрәстәренең тауыштары ла яйлап тынды. Тик ҡайһы бер кәзәләр генә һыуҙан сыҡмай тороп ҡалды. Уларға шунда рәхәттер инде. Шулай булмай ни, көн ҡалай эҫе тора. Роберт та үҙенә уңайлыраҡ урын һайлап, ҡырын төшөп ятты. Тиҙҙән уға өйҙән ашарға алып килергә тейештәр. Шуға буш ятҡансы тигән һымаҡ, күңелдән генә һуңғы өс айҙа күпме аҡса эшләгәнен иҫәпләй башланы. Әлбиттә, бөтәһен дә яттан белә, ләкин ул аҡса һанауҙан ләззәт таба ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағына барып етә алманы…
Көтмәгәндә һыу эсендә торған ҙур ғына кәзә бәрәсе яман итеп баҡырып ебәрҙе. Бөтә көсөнә алғы аяҡтары менән һыуҙы сапсый-сапсый ярға ынтылды. Ләкин килеп сыҡманы: ҡапыл әйләнеп китте лә аяҡтары өҫкә күтәрелеп, йәшен тиҙлеге менән һыу төбөнә төшөп китте. Һыу өҫтө күпмелер ваҡыт боғорлап, күбекләнеп торҙо, һәм ҡапыл ҡара ҡыҙыл төҫкә буялды.
Яр башында ятҡан кәзәләр ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа һибелде, ә Роберт һикереп торҙо ла яр буйына йүгерҙе. Кәзәне нисектер һөйрәп сығарырға уйланы ул. Шул ваҡыт буръяғы әйләнгән һыу өҫтөндә бәрәстең ҡанға батҡан башы күренде. Ул тағы бер тапҡыр яман итеп баҡырҙы ла ҡабаттан һыу төбөнә төшөп юҡ булды. Был күренештән һуң ҡото осҡан малай ҡурҡышып ҡасып барған кәзәләре артынан йән фарман йүгерҙе. Артына әйләнеп тә ҡараманы. Ә быуаның теге яҡ ярында, ҡайынлыҡ араһында ял итеп ятҡан кешеләрҙең күбеһе яр ситенә килеп, был яҡта барған мажараны күҙәтә ине…
Был ваҡиға тураһындағы хәбәр тағы бөтә тирә-яҡҡа таралды. Хәҙер инде ниндәйҙер ҙур суртан тураһында ғына һөйләмәйҙәр ине. Берәүҙәре, быуала бик ҙур, йөҙ килограмдан ашыуыраҡ ауырлыҡтағы йәйен йәшәй икән, тип һөйләй башланы. Кемдер уның яр ситенә башын сығарып йоҡлап ятҡанын күргән. Башы ҙур күнәк хәтлем, ти, мыйығы сыбыртҡы йыуанлығында. Икенселәре, бигерәк тә әбей-һәбейҙәр, әкиәттәрҙә генә була торған аждаһаларҙы иҫкә төшөрҙө. Баҡһаң, улар бына бер-нисә тиҫтә йыл инде шул быуа төбөндә йәшәйҙәр булып сыҡты. Тик был хәбәргә ни өсөндөр бәләкәй балалар ғына ышанды.
Ә бына Ҡарағайтуғайҙа йәшәгән Хоббула олатай тағы ла ҡыҙығыраҡ хәбәр таратты. Имеш, ҡасандыр, быуаны ҡаҙған ваҡытта, эшселәр ниндәйҙер ике ашҡабаҡ ҙурлығындағы йомортҡа тапҡандар икән. Был турала артыҡ халыҡҡа һөйләмәй генә икеһен дә Өфөләге бер ғилми-тикшеренеү институтына ебәргәндәр. Улар динозаврҙарҙыҡы булып сыҡҡан. Унда тағы өсөнсөһө лә булған. Тик бер эшсе уны яр ситенә күмгән дә берәүгә лә әйтмәгән, һуңынан үҙе лә онотҡан. Бына шул йомортҡа быйылғы эҫе йәйҙә ныҡ йылынған һәм эсендәге йән эйәһе терелеп, йомортҡаның ҡабығын ярып килеп сыҡҡан.
—Әлегә динозавр артыҡ ҙур түгел, шуға күп ашамай, бына ҙурайып китһә, уны туйындырырға ауылдың көтөүе лә етмәҫ,—тип тә ебәрә баяғы һүҙ оҫтаһы. Америка фильмдарын ҡарарға яратҡан халыҡтың ҡайһы берҙәре уның һөйләгәндәренә ышанып та ҡуйҙылар.
Быуалағы ҡурҡыныс ваҡиғаларға һәм уның тураһындағы хәбәрҙәрҙең ҡуйырыуына бигерәк тә кемпингтың хужаһы Иван Иваныч ныҡ борсолдо. Ул артыҡ ҡурҡманы, ә ҡайғырҙы. Бына бер аҙна бит инде уның быуаһына ял итергә бер кеше лә килмәй. Сөнки «кемпинг» тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәрҙең ҡоттары оса ине. Ә бит бер ай элек кенә машина ҡуйырға ла урын юҡ ине. Аҡса йылға һымаҡ аға башлағайны… Ниндәйҙер хәл итеү юлдарын табырға кәрәк, тип уйланы ул. Бының өсөн баяғы йән эйәһен: суртанмы ул, әллә йәйенме—нимә генә булмаһын, быуанан һөйрәп сығарырға ла халыҡҡа күрһәтергә кәрәк. Шунһыҙ улар башҡа бында аяҡ та баҫмаясаҡ. Был һунарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик оҫта балыҡсы кәрәк икәнен яҡшы аңлаған Иван Иваныч туп-тура беҙгә таныш булған Илһамдарға юл тотто. Тик уларҙың икәүләп нимә тураһында һөйләшеүҙәре, кемпинг хужаһы балыҡсыға нимә вәғәҙә итеүе әлеге көнгә тиклем сер булып ҡала килә. Берәй ваҡыт, бәлки, ишетербеҙ. Ә хәҙергә беҙҙең Илһам, балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарын «Нива»һына тейәп, быуа янына килеп туҡтаны.
Дауамы киләһе һанда.
Читайте нас: