Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
1 Июль 2017, 10:40

Һыбайлы. Аҙағы

Сәйфулла күҙҙәрен киң асып ҡаршыһындағы унтерға төбәлгән дә ҡалған. Ә уныһы, тыңлаусыһының барлығын да онот-ҡандай, тулышҡан күңеле йырылып киткәндә әйтеп ҡалайым тигәндәй, ашығып теҙә генә.—Ул саҡта мин уның һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар итмәнем. Минең ундайҙан мөһимерәк идеологиям, фанаттарса та-бынған сәйәсәтем бар ине. Атайымдың үҙен дә юғалған индеецтар ҡәбиләһе вәкиле кеүек кенә итеп ҡабул итә, уның ҡараштарынан, донъяуи фәлсәфәһенән ояла инем. Ысын милләтен дә йәшерҙем, хатта үҙем дә хәтеремдән юйғандай инем. Тик үҫә бара, ул ҡан миндә барлығын һиҙҙерә башланы. Миңә нимәлер етмәне. Ҡайҙалыр тартылдым, атлыҡтым. Һәр ваҡыт ҡараштарым, күңелем нимәнелер, кемделер эҙләне. Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына ата-йымдың төшөн күрәм: дала буйлап атта сабам... сабам... сабам... Ярһып уянам да, йөрәгемә сыҙай алмайым... Үҙем ғүмерҙә лә атҡа яҡын барған кеше түгел.

Сәйфулла күҙҙәрен киң асып ҡаршыһындағы унтерға төбәлгән дә ҡалған. Ә уныһы, тыңлаусыһының барлығын да онот-ҡандай, тулышҡан күңеле йырылып киткәндә әйтеп ҡалайым тигәндәй, ашығып теҙә генә.
—Ул саҡта мин уның һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар итмәнем. Минең ундайҙан мөһимерәк идеологиям, фанаттарса та-бынған сәйәсәтем бар ине. Атайымдың үҙен дә юғалған индеецтар ҡәбиләһе вәкиле кеүек кенә итеп ҡабул итә, уның ҡараштарынан, донъяуи фәлсәфәһенән ояла инем. Ысын милләтен дә йәшерҙем, хатта үҙем дә хәтеремдән юйғандай инем. Тик үҫә бара, ул ҡан миндә барлығын һиҙҙерә башланы. Миңә нимәлер етмәне. Ҡайҙалыр тартылдым, атлыҡтым. Һәр ваҡыт ҡараштарым, күңелем нимәнелер, кемделер эҙләне. Һуңғы йылдарҙа йыш ҡына ата-йымдың төшөн күрәм: дала буйлап атта сабам... сабам... сабам... Ярһып уянам да, йөрәгемә сыҙай алмайым... Үҙем ғүмерҙә лә атҡа яҡын барған кеше түгел.
...Һуғышҡа киткәндә лә мин шул эҙлә-гәнемде күрер, йәнемде иҙгән һорауҙарға яуаптар табыр кеүек булып сыҡҡайным...
Туҡтап ҡалып, тағы күпмелер ҡулында өйөрөлткән сигара һауытына ҡарап ултыр-ған фриц, күҙҙәрен күтәрҙе:
—Урал... ул ниндәй?
Сәйфулла ҡарашын күсермәне, әммә асыуһыҙ ғына яуапланы:
—Ул минең тыуған ерем.
Унтер баш һелкете:
—Эйе... Атайым да шулай тине.
Фриц тороп кире тәҙрә янына баҫты. Оҙаҡ итеп ҡараңғылыҡты байҡаны. Тик китель аҫтындағы киң яурындарының һелкенеп-һелкенеп алыуына ҡарағанда, уның уйы тышта түгел, ә бөтөндәй икенселә, ә бәлки, ошо ғүмер йәшәйешендәге иң мөһим нәмәләлер ине.
Бына ул тағы әйләнде:
—Нисек уйлайһың, мин Уралға барып етә аламмы?
Сәйфулла өндәшмәҫкә иткәйне лә, теле алдан өлгөрҙө:
—Юҡ.
—Ни өсөн?
—Беҙ еребеҙҙе дошманға бирмәйбеҙ. Шулай булған... борондан...
—Беләһеңме... Һин миңә атайымды хәтерләтәһең. Ул шулай... алйот ине, минең ҡараштан, беҙҙең, айыҡ аҡыллы немец халҡы күҙлегенән. Ул әллә ҡайҙа ятҡан, башҡаса ҡайта алырына бер өмөтө лә булмаған еренә, халҡына тоғро ҡалды. Шуларҙы һағынып һарғайып үлде лә. Шул тоғролоғо менән үлеп китте...
Һин дә, ғүмерең ҡыл өҫтөндә торғанда, намыҫ өсөн өҙөшәһең. Ереңдең, милләтеңдең намыҫы өсөн... Был бит ахмаҡлыҡ... Ә шул уҡ ваҡытта хаяһыҙ батырлыҡ та. Һин үҙ йөрәгеңә тоғроһоң. Хас атайым кеүек...
Фриц... хәҙер инде Сәйфулла нимә тип атарға ла белмәгән унтер, уға яҡын уҡ килеп, тауышын әкренәйтте:
—Иртәнсәк һеҙҙекеләрҙе атасаҡтар. Атайым рухына хөрмәт йөҙөнән мин һине ебәрәм. Әгәр тере ҡалып, Уралыңа ҡайтып етә алһаң, шундай бер яугирығыҙҙың һуңғы һулышынаса иленә тоғро ҡалыуы хаҡында халҡыңа һөйлә. Ә мин, үҙ сиратымда, атайымдың Уралына дошман сүрәтендә аяҡ баҫмам, тип ышанып ҡалам.
Артабанғы хәлдәр төш кеүек кенә булды. Унтер офицер әсирҙе арҡаһына пистолет терәтеп алып сыҡты ла, постар аша үткәреп, урман ауыҙына атлатты. Ана ата, бына ата, тип көтөп килгән егет, артында аҙымдар туҡтап ҡалғас та, боролоп ҡарар-ға ҡыймай атлай бирҙе. Алыҫайғандан алыҫая барып, ҡараңғылыҡҡа инеп ирене.
* * *
Совет ғәскәрҙәре яғына сығыу юлында тағы ла яу эсенә юлығып, ҡаты яраланып, госпиталдә аңына килгәс, операция яһаусы хирургҡа ошо хәлде һөйләй һалдат. Тик, тәжрибәле, донъя күргән һәм илдәге сәйәсәтте ярайһы төшөнгән оло ағай, йәш егеткә был тарихты үҙе менән бергә ҡәбергә алып китергә кәңәш итә. «Үлгәнсе берәүгә лә һөйләмә, бының өсөн һинең үҙеңде лә, туғандарыңды ла атасаҡтар»,—тип ҡаты киҫәтә ул.
Госпиталдән сыҡҡас тағы ла йылдан ашыу утлы диңгеҙ кисеп, Бөйөк Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылап, унан ҡала тағы ла ике йылдай хәрби хеҙмәт үтеп, тыуған ерҙәренә инде ир ҡорона ултырып ҡайтып төштө Сәйфулла. Унан ата-бабалары ғүмер-ғүмергә иткәнде итә: ҡатын ала, өй һала, бала-саға үҫтерә, ерен һөйә... Шул тойғоларын ҡан һәм аң аша киләһе бы- уындарына һала.
—Бына, мин һиңә шул яугирҙың аманатын тапшырҙым. Һин шуны гәзитеңә яҙ. Бәлкем... шул азаматтың туғандары уҡыр, бәлкем, бик булмаһа, үҙебеҙҙең халыҡ белер, әйвит?
* * *
Сәйфулла ҡарттың һөйләгәндәрен аманат итеп тапшыра алмай ул йылдарҙа Фәниә. Күңелендә йөрөтөп-йөрөтөп, икенсе бер зыялыға һөйләп ҡалдыра. Ул да ҡағыҙға төшөрмәй быны, яҙырға ҡыймай, форсаты сыҡмаймы... Ни булһа ла был бәйән, мәле һәм мохтажы етепме, минең ҡолаҡҡа килеп ҡаба. Һәм... тап шул төштәгесә һыбай сабып килеп инә күңелемә.
Даланы таң нурҙары ҡойондора... Күҙҙәрҙе ҡыҫып ҡояш ҡалҡышына ҡарауым була... һыбайлы пәйҙә була. Ул яҡынайғандан-яҡыная, тояҡ тауыштары ергә һеңеп, уның үҙәгенәсә үткәндәй. Менге ауыҙлығын сәйнәп, ажарланып ярһыған. Өҫтөндәгеһе бауыр аҫтарына ел тултырып, осоп китер ҡош ише талпынып, ялпылдап килә. Был күренештән мин дә ярһыйым, йөрәгем күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай булып тибә. Бына һыбайлы янымдан ғына сабып үтә, туҙан менән ат тире еҫе битемә бәрелеп ҡала. Ҡарап ҡалам. Күҙҙәр талғансы, күренеш дала өҫтөндәге иртәнге быу араһына инеп юйылғансы ҡарайым. Сөнки, таныйым уны. Кем рухы икәнлеген дә беләм.
Бына, тапшырҙым аманатын. Һин уны ишеттең.