Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Июнь 2017, 10:22

Һыбайлы

Көн дә эшкә килгәндә юлда осрай торған ҡалтыраҡ бабай, бөгөн, һөйләшергә һүҙе барлығын белдереп, тротуар уртаһында уҡ туҡтап көтә ине. Көмөрәйә төшкән кәүҙәһен тура тоторға тырышып, таяғына терәлеберәк торған булған. Уның менән инде күптән сәләмләшеп йөрөгән Фәниә, килеп етер-етмәҫтән үк башлап өндәште:--Һаумыһығыҙ!Бабай уның йәнәшенә еткәнен көттө, унан ҡуш усын һуҙҙы:--Һаумы, ҡыҙым.Йәш ҡатын уның һалҡын тарамыш устарына йомшаҡ бәләкәс ҡулын һалды:--Хәлдәрегеҙ нисек?Ҡарт был һорауҙы ишетмәгәндәй булып үҙенекен һөйләне:--Һин, ҡыҙым, теге мәл гәзиттә эшләйем тинең бит әле. Гәзиттә булғас... яҙа торғанмы инде?Фәниә башын һелкә-һелкә ҡысҡырып яуапланы:--Эйе, олатай, мин гәзит мәҡәләләрен яҙыусы.Ҡарт көлөмһөрәне:--Ҡысҡырма улай, ишетәм әле. Улай булғас, ҡыҙым, минең һиңә һөйләр тарихым бар ине...

Көн дә эшкә килгәндә юлда осрай торған ҡалтыраҡ бабай, бөгөн, һөйләшергә һүҙе барлығын белдереп, тротуар уртаһында уҡ туҡтап көтә ине. Көмөрәйә төшкән кәүҙәһен тура тоторға тырышып, таяғына терәлеберәк торған булған. Уның менән инде күптән сәләмләшеп йөрөгән Фәниә, килеп етер-етмәҫтән үк башлап өндәште:
--Һаумыһығыҙ!
Бабай уның йәнәшенә еткәнен көттө, унан ҡуш усын һуҙҙы:
--Һаумы, ҡыҙым.
Йәш ҡатын уның һалҡын тарамыш устарына йомшаҡ бәләкәс ҡулын һалды:
--Хәлдәрегеҙ нисек?
Ҡарт был һорауҙы ишетмәгәндәй булып үҙенекен һөйләне:
--Һин, ҡыҙым, теге мәл гәзиттә эшләйем тинең бит әле. Гәзиттә булғас... яҙа торғанмы инде?
Фәниә башын һелкә-һелкә ҡысҡырып яуапланы:
--Эйе, олатай, мин гәзит мәҡәләләрен яҙыусы.
Ҡарт көлөмһөрәне:
--Ҡысҡырма улай, ишетәм әле. Улай булғас, ҡыҙым, минең һиңә һөйләр тарихым бар ине...
Фәниә ошондайыраҡ бер хәбәрҙе көткәйне лә инде, бабай менән һөйләшә башлағас та. Журналист булыуҙың бер хикмәте инде был, шул хаҡта, был хаҡта гәзиткә яҙ, тип аптырата халыҡ. Әйтерһең, һинең шәхси баҫмаң бар ҙа, унда теләгәнеңде яҙаһың да һалаһың. Бына шуны ҡалайтып аңлатмаҡ кәрәк дуҫтарға, туғандарға, етмәһә ололарға?
--Редакцияға килегеҙ, олатай, редактор менән һөйләшегеҙ. Ул унан хәл итәр.
Бабай уйлана биреп торҙо ла, баҫалҡы ғына баш тартты:
--Юҡ шул, был улайтып ғәм алдында һөйләй торған тарих түгел. Был икенсе нәмә, һуғыш тураһында...
Ҡатын китеү яғын ҡараны:
--Ярай, олатай, теләһәгеҙ--инегеҙ, редакция ана--анау йортта.
Ҡарты бынан ары ла юлында осрап торҙо. Һәр ваҡыттағыса сәләмләштеләр. Хәл-әүәл белештеләр. Шунан ары уҙманы. Ғорур ҡарт башҡаса теге һөйләшеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатманы.
Еңеү байрамы алдынан редактор ветерандар тураһында мәҡәлә таптыра башлағас, журналистарҙың башы ҡатты. Бығаса иғтибар итерҙәй тарихтар яҙылып бөткән, һуғыш юлы үткәндәрҙең тереләре лә инде өҫтө-өҫтөнә гәзиткә сығарылған. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә, теге бабайҙың ярты йыллап әүәл әйткәне иҫенә төшөп, эшкә атлғанада алан-йолан ҡаранды Фәниә. Юлдары киҫешә торған ерҙә көтәүәлләне лә. Сәғәт шикелле булып бөткән оло кеше тап шул мәлендә килеп тә сыҡты.
--Хәйерле иртә! Мин һеҙҙе көтөп торам әле.
Ҡартҡа ҡаршы атлап, ул ауыҙын асҡансы хәбәрен һөйләп тә бөттө:
--Һеҙ теге мәл «һуғыш тарихы» бар тигәйнегеҙ. Һөйләшәйекме? Ҡасан уңайлы булыр икән?
Бабай эйәк ҡағып ҡына сәләмләп, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп һынаулы ҡарап алды. Унан осонмай ғына ризалашып та ҡуйҙы:
--Әләйһәң... мин йөрөп киләйемдә, һөт алайым сәйгә. Һин барып хужаңа дакладауайт ит тә, инерең.
Йәшәгән йортон да белә Фәниә уның, фатир һанын ғына һорап ҡалды. Унан, ярты сәғәт самаһынан, әллә нафталин, әллә дарыу еҫтәре аңҡыған боронғо йыһазлы фатирҙың түрендә ултыра ла ине инде. Хужа торт алған булған, егеттәрсә йылдам йөрөргә маташып сәй ултыртты. «Ҡайҙа үҙем» тип ҡалҡынғайны ла, «Юҡ, миңә ҡыҙҙар ҡунаҡҡа йыш килмәй, күңелем булһын әле» тип үҙе тәрбиәләне шаян ҡарт.
Ололар менән аралашыуҙың тәртибен дә белә журналист. Башта уның ғаилә хәле, бала сағы, эшләгән йылдары тураһында тыңларға тура киләсәк. Унан, һөйләүсенең бер аҙ күңеле бушағас, төп теманы ла ҡуҙғатырға була.
Әлеге тарихҡа барып еткәс, ҡарт бошоноп, хатта бөлөп үк киткәндәй булып, һағышлы ҡарашын тәҙрә аръяғындағы ағастар осонда һелкенгән ыуыҙ япраҡтарға күсерҙе. Ул тулҡынлана ине. Һаҡ ҡына итеп башланы:
--Элек мин был хәлдең ни хәтлем аяныслы икәнлеген аңламағанмын икән... Ошо йәшемдә, йәшәйештең күп төшөнсәләрен үҙем татып белгәс, шул тарихты күңелемдә ҡат-ҡат терелтәм дә, бөтөн тәрәнлеге менән тоям...
Сәйфулланың ун туғыҙы тулып тап өс көн үткәндә һуғыш башлана. Башта бер-бер артлы ике ағаһын алалар. Улар артынан көҙгә үҙен, ҡышҡа атаһын да саҡырталар. Шулай итеп ғаиләнән дүрт ир һыпырылып сығып китеп, өйҙә әсәләре ике бәләкәй һеңлеләре менән генә тороп ҡала.
Өс ай Өфөлә учебка үткәндән һуң, Ленинград янында тағы ла ай ярым өйрәтелгәс, үс ҡомары менән янған йәштәрҙе фронтҡа оҙаталар. 1942 йылдың яҙы, Совет армияһының әле сигенеү осоро. Һәр ҡаланы, һәр ауылды ҡан һәм үлем менән ҡалдыра барған, фашистарҙың иң ҡоторған, ялмап йотмаҡ булып шашынған сағы. Фронтҡа оҙатылған һәр һалдат ошо хаҡта белеп, үҙе барһа сигенеү туҡталыр, көс артыр, тигән ғәйрәтле өмөт менән инә лә ут эсенә, әллә фашистҡа терәп бер атып өлгөрә, әллә юҡ--ятып ҡала.
Дивизияға яңы көстәр килеп ҡушылып, землянкаларға таратып сығылғас, танышыу-табышыуҙар, яҡташтарҙы эҙләү башланды. Сәйфулла ла алан-йолан ҡаранып, мосолман булғандайҙарҙы сырамытты. Бер ҡаҙаҡ егетенә текәсә биргәйне, тегеһе килеп ҡул бирҙе:
--Кемсең ғой?
--Башҡорт.
--Остағы землянкала бер башҡорт бар.
Шундуҡ юлланды егет остағы землянкаға. Инде лә, тимер мейестә нимәлер әтмәләп маташҡан ир-егет араһынан башҡортто танып та алды. Үҙе ауыҙы ҡолағына етә яҙып йылмайҙы:
--Әссәләмәғәләйкүүм.
Сәйфулланан олораҡ сырайлы булған ир ҡоромло ҡулдарын өҫтөнә һөртә һалып ҡуш усын һуҙҙы:
--Вәғәл-ләйкүм-әссәләм!--хатта ҡосаҡлап уҡ алды.
Унан был икәү өсөн башҡалар донъяһы онотолдо. Милләттәш кенә түгел, бер район кешеләре булып сыҡтылар. Киске теҙелеш-тикшереүҙәрҙән һуң да осрашып, һөйләшеп төн үткәрҙеләр. Әллә күпме уртаҡ таныштары табылды.
--Ҡауарҙылағы айыусы Кәримбайҙы беләһеңме?—Биктимер (икенсе башҡорттоң исеме шулай ине) йоҡоһона тонсоғоп барғанда ла һаман таныштарын барланы.
--Былай белмәйем, атайҙан ишеткәнем бар,--Сәйфулла унан унлап йәшкә йәшерәк булғас, күберәк яуаплаусы хәлендә булып ҡала.
--Шул минең ҡоҙа бит ул.
--Ә-ә... Ә анау һабантуйҙа йыл да беренселекте алған Атауҙы беләңме?
--Уны--эйе! Былтыр мин дә ҡаршы сығып ҡарағайным--ҡайҙан, алып атты.
Биктимер рәхәтләнеп көлдө:
--Нисауа! Һинең йәштә ирмен тигән ир-егеттең һәре лә көрәшеп ҡарай. Яйлап көс ултыра ул. Ә анау кеше бисәһен алып ҡасҡан Тәлғәттең кирәмәтен ишеттеңме?
Сәйфулла бер аҙ тотлоҡто:
--Ул минең туған да ул... Кеше бисәһен түгел, еңгәһен алып ҡасты.
Биктимер ҡырын төшөп ятҡан еренән ҡалҡына биреп ҡарап алды:
--Ағаһы ҡалайтты икән? Табып быуыр кәрәк булған ул ҡустыны.
Егеттең был хаҡта бөтөнләй һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәй, шуға мығырҙап ҡына ҡуя:
--Ҡалайтһын... Икенсе бисә алып йәшәне лә китте.
--Һы. Ә анау бер туйҙарында атышып бөткәндәрҙе нишәттеләр?
Биктимер иллә һөйләшеүгә әүәҫ булып сыҡты, һүҙгә һараныраҡ Сәйфулланың эсен әйләндереп сығарһа-сығарҙы, кәрәген әйттереп алды тәки. Шулай башланып китте уларҙың дуҫлығы.
Ике ай самаһы артыҡ оло бәрелештәргә инмәй, бәләкәй отрядтар менән йөрөп килеп, разведкаларға сығып, урынды нығытты дивизия. Окоптар ҡаҙылды, траншеялар яһалды, ер соҡоп змлянкалар яһалды. Яңы көстәр өҫтәлә, учебалар үтә торҙо. Һөжүмгә күсеү өсөн ниндәйҙер ваҡыт билдәләнгәйнеме, йәки икенсе бер мәсьәләнең хәл ителеүе көтөлгәйнеме, уныһын һалдаттар белмәй ҡалды, бер көн таңға ғәрәсәт ҡупты. Ер ҙә, күк тә шауланы. Һауала ла, аҫта ла бомбалар шартланы. Ҡайҙа осҡанлығы ла аңлашылмаған пулялар һыҙғырыуынан ҡолаҡтар зыңланы. Шул дауыл эсендә аңына килә алған һәр кем ҡоралына тотондо, үҙ позицияһына торҙо. Бер-бер артлы пулеметтар, пушкалар телгә килде, уларға автомат очередтары ҡушылды. Зенитчиктар оҙон торбаларын күккә тоҫҡап, туҡтауһыҙ утлы ямғыр һипкән самолеттарҙы сәпкә тоторға тырышты. Тирә-яҡты төтөн менән саң болото баҫты, тындар ҡурылды, яралылар ҡысҡырышты, шул мәшхәр араһында ағарып күренеп ҡалған санитарҙар ауа-тәгәрәй йүгерешеп ярҙам һораусыларҙы эҙләне. Ер менән күк тоташтымы, әллә ер аҫты донъяһы асылып китеп унан сыҡҡан тамуҡ уты ялманымы барыһын?.. Был һуғыш тарихындағы иң ҡанлы, иң дәшһәтле бәрелештәрҙең береһе ине.
Тыма биреп кире ҡуҙғып, шыма биреп тә ҡабаттан ярһып китеп дауам иткән ике көн һәм бер төнлөк алыш, Сәйфуллалар дивизияһы яғынан артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтелә алмай башлағанғаса дауам итеп, төнгә ҡаршы бөтөнләй тынды. Әммә ҡыйратылған армия ҡалдығы аңын-тоңон алып өлгөрмәне, ҡара таңдан һуғыш үткән яландар буйлап овчаркалар етәкләгән немец һалдаттары һибелде. Улар яралыларҙың тора алғандайҙарын типкеләп-тартҡылап торғоҙҙо, хәле етмәгәндәрен шундуҡ автомат теленә һалып китте. Төшкә ҡарай шаҡтай ҙур төркөм йыйылды пленныйҙарҙан. Улар араһында бомба тулҡынына эләгеп шаңҡыған Сәйфулла ла бар ине.
Пленныйҙарҙы мал көтөүеләй итеп тағы ла ярты көндәй ҡыуғас, бер хуторға алып килеп, һарайға ябып ҡуйҙылар. Аңына килә алмай ятҡан Сәйфулланың өҫтөнә кемдер эйелде, ул ғына түгел тотоп һелкетте лә. Күҙ бәбәктәрен саҡ күтәреп асһа, Биктимер нимәлер өндәшә. Тик уның ауыҙы ғына асыла ла, тауышы сыҡмай.
--Бик... тим-мер... Һин... тереме?..
-- ...... ....... ,--тегеһе ҡулдарын болғай, тик аңлашылмай.
--Иш-шет-тмәйем... Ишет-мәйем һине...
Дуҫы ҡайҙандыр фляжка менән һыу алып килеп ауыҙына ҡойҙо, гимнастерка еңен тарта биреп һуҙып, осо менән битен һөрткөләне, ҡолағына тулған тупраҡты соҡоп таҙаланы ла, елкә аҫтына нимәлер тығып ипләп һалды. Бындай иғтибарҙан да, ошондай мәсхәрәле еңелеү тойғоһонан да быуған ғәрлек йәштәре һуңғы ғорурлыҡ терәүен йығып ебәрҙе. Инде ояттан үткән йәш кеше балаларса һыңҡылдап, тауышһыҙ буҙлап иланы. Ошолайтып ятҡансы шул яу яланыда үлеп ҡалһа булмағанмы?
Тағы ла бер ғазаплы төндән һуң яйлап эргә-тирәһендәге ыңғырашҡан ауаздарҙы ишетә башланы. Тик был еңеллек килтермәне. Киреһенсә, хәҙер үҙе өсөн генә түгел, өҙгөләнгән, һүгенгән, ярҙам һорап ҡысҡырған, һыу үтенеп ялбарғандарҙың барыһы өсөн дә йөрәге янды. Әммә был хәл дә оҙаҡҡа барманы, салтыратып йоҙаҡалы ҡапҡалар асылды ла, эттәрен һау-һаулатып ингән һалдаттар теҙелеп торғас, бер нисә офицер инеп баҫты. Улар артынан ингән өс санитар, пленныйҙар араһында йөрөп ҡарап, яралары етдирәк булғандарҙы төртөп күрһәтә барҙы, һалдаттар уларҙы елтерәп алып сығып китә торҙо. Шул һайлау тамамланыуы булды, тышта автоматтар тыҡылданы. Эстәге тотҡондар ҡатып ҡалды. Күҙҙәр янды, йоҙроҡтар йомарланды. Тик... аяҡ аҫтынан ерҙе сәрпәкләп үткән автомат очереды кире сигенергә мәжбүр итте.
--Иғтибар!--немец офицеры бармағын өҫкә күтәрҙе, эргәһендәге тәржемәсеһе вата-емерә ҡуша һөйләне,--Һеҙ Бөйөк Германияның хәрби пленныйҙары! Беҙ һеҙгә ғүмер бүләк итәбеҙ! Әммә бушҡа түгел! Беҙгә хеҙмәттәшлек итһәгеҙ, ҡушылғандарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Совет иленән тулыһынса баш тартһағыҙ беҙ һеҙҙе үҙ сафтарыбыҙға аласаҡбыҙ!
Һөҙә ҡарап торған төркөмдә тауыш булманы. Офицер бер аҙ яуап көттө лә, ҡабаттан дауам итте:
--Офицерҙар--бер аҙым алға!
Алға сығыусы булманы.
Немец ситтә торған үҫмерҙәй генә йәш һалдатты бармағы менән саҡырҙы:
--Сыҡ!
Тегеһе сыҡты.
--Офицерҙарҙы атап күрһәт!