Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
26 Май 2017, 13:51

ХИКӘЙӘНЕҢ АҘАҒЫ

«ЭҘҘӘРЕҢӘ ГЕНӘ БАҪЫП БАРАМ...»Хәйҙәр ТАПАҠОВХөрмәт сығып киткәс, Айжандың янына индем:—Дауам итәбеҙ, һылыуым, башҡа сара юҡ. Ваҡыт үтеү менән көсөңдө юғалта ғына бараһың—шуны иҫеңдә тот. Ә хәҙер бына ошо ағас ҡалаҡты тешлә лә ике ҡуллап карауат ситенә йәбеш һәм… Көсән! Көсән, тим! Ярҙам ит!—Ҡорһаҡты уратҡан яҫы простыняны бар көсөмә аҫҡа баҫтым. Күҙ алдымда осҡондар һикерешә башланы.—А-а-а-айй!—Э-э-э-ңңә-ә-ә… Э-э-эңңә!Беләгемә уратҡан туҡыманы ысҡындырып иҙәнгә һуҙылып яттым. Ауыр йөктән бушанғандай йәнем рәхәтлектән иңрәне: «Рәхмәт, Хоҙайым, мең рәхмәт һиңә…»Баланың кендеген ҡырҡып биләүгә биләнем, Айжандың янына килтерҙем. Ул түгелеп илай ине.

«ЭҘҘӘРЕҢӘ ГЕНӘ БАҪЫП БАРАМ...»
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Хөрмәт сығып киткәс, Айжандың янына индем:
—Дауам итәбеҙ, һылыуым, башҡа сара юҡ. Ваҡыт үтеү менән көсөңдө юғалта ғына бараһың—шуны иҫеңдә тот. Ә хәҙер бына ошо ағас ҡалаҡты тешлә лә ике ҡуллап карауат ситенә йәбеш һәм… Көсән! Көсән, тим! Ярҙам ит!—Ҡорһаҡты уратҡан яҫы простыняны бар көсөмә аҫҡа баҫтым. Күҙ алдымда осҡондар һикерешә башланы.
—А-а-а-айй!
—Э-э-э-ңңә-ә-ә… Э-э-эңңә!
Беләгемә уратҡан туҡыманы ысҡындырып иҙәнгә һуҙылып яттым. Ауыр йөктән бушанғандай йәнем рәхәтлектән иңрәне: «Рәхмәт, Хоҙайым, мең рәхмәт һиңә…»
Баланың кендеген ҡырҡып биләүгә биләнем, Айжандың янына килтерҙем. Ул түгелеп илай ине.
—Балам тыуҙы… Балам… Мин әсәй! Кем?
—Ҡыҙыҡай. Мап-матур ғына ҡыҙыҡай! Атаһы ҡайтып төшһөн дә исемен үҙегеҙ һайларһығыҙ!
—Ҡушығыҙ исемде… Һеҙ уға хаҡлы…
—Муйыны тапҡырында сәтәкәй бармаҡ йөҙөндәй генә миңе бар. Миңһылыу булһын.
—Ризабыҙ. Матур исем.
Уңғансы Хөрмәт килеп инде, шатлығынан мине ойпалай башланы, уны еңенән ситкәрәк тарттым.
—Шылтырата алдыңмы?
—Бая, һин дежур врач менән генә һөйләшһәң, был юлы баш табиптың үҙенә сыҡтым. Ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә һүҙ бирҙе.
—Молодец! Ә хәҙер тыңла, бөтәһе лә һин көткәнсә һәйбәт түгел әле…
—Нимә булды тағы?
—Эскә ҡан һарҡа.
—Һуң туҡтат, уныһы ғына ҡулыңдан килә бит!
—Беләк ҡанаһа жгут һалыр инем. Бында башҡасараҡ…
—Нимә эшләйбеҙ?
—Айжанға ҡан ебәрергә кәрәк.
—Нисек итеп?
—Туранан-тура.
—Төшөндөрөп һөйлә әле, нисек туранан-тура?
—Бер кешенән икенсе кешегә.
—Ә ул кешене ҡайҙан табабыҙ?
—Бында һин дә мин. Башҡа кандидатураларҙы күрмәйем. Ҡаның нисәнсе группа?
—Беренсе.
—Бигерәк тә шәп. Элгәре бауыр ауырыуы, ҡотороҡ менән яфаланманыңмы?
—Яндырайлыҡ бар барлыҡҡа, иллә бер тапҡыр ҙа ҡоторғаным булманы.
—Яндырайлығыңды баҫабыҙ хәҙер. Күпме бирә алаһың?
—Кәрәк икән тотошлайы менән һурҙыр. Тик уны нисек башҡарырға йыйынаһың?
—Беҙгә училищела «Хәрби ялан хирургияһы» тигән предмет уҡыттылар. Бында ябай физика законы, Айжанды иҙәнгә һалабыҙ, ә һин карауатта, ҡан үҙағышы менән түбәнгә һарҡа. Төшөндөңмө?
Трубканы ҡан тамырҙарына тоташтырғас сиратлап был икәүгә һирпелдем. Хөрмәттең ҡуҙҙай ҡарашы Айжанға йүнәлгән, ә тегеһе һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп шул илаһи йылылыҡта иҙерәй төҫлө.
Система аҫтында ятыусыларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырырға хаҡым булмаһа ла, өҫтәмә дарыуҙар килтереү маҡсатында бил быуарҙан көрт йырып медпунктҡа йүгерҙем. Инеп тә өлгөрмәнем, өҫтәлдәге телефон шылтыраны.
—Тыңлайым!
Сымдың теге осонда баш табиптың асыулы тауышы ишетелде:
—Егет, һин нимә ҡыланып ятаһың унда?
—Әсғәт Шәйхетдинович, шулайыраҡ килеп сыҡты шул…
— Шулайыраҡ-шулайыраҡ, эҫе мәлендә ебәреп булмай инеме?
—Йығылыр урынымды алдан белһәм һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән борон бер аҡыллы әҙәм.
—Ошо мәлдә ниндәйерәк эштәр ҡырҙың инде?
—Кендек бабайы булдым.
—Ҡатындың хәле нисек?
—Ҡан һарҡа.
—Ныҡмы?
—Тамсылаһа ла шикләндерә.
—Ниндәй өҫтәмә процедура үткәрҙең?
—Ҡан ағыуҙы туҡтатыусы уколдар ҡаҙаным.
—Шул ғынамы?
—Әлеге мәлдә туранан-тура ҡан ебәрәм. Беренсе группа ҡанлы пациентты ла таптым.
—Үҙешмәкәрлектә бигерәк оҫтаһың, бөтәһе лә шыма үтһә иҫәп кенәгәңә индереп ҡаты шелтә сәпәргә тура килер.
—Рәхмәт инде, ошонан юғарыраҡ баһаға өмөт тә итмәгәйнем.
—Хәҙер, минең күрһәтмәне тыңла—нисек тә булһа ике-өс сәғәткә сыҙа, хәлде тотороҡло итергә тырыш. Эттергесле К-700 тракторы менән «Тиҙ ярҙам» һеҙҙең яҡҡа сыҡты. Ауыл осонда ҡаршы алыусы булһын! Йә, хуш!
Система трубкаһын ысҡындырҙым. Хөрмәт аяғөҫтө баҫты:
—Бәлки тағы ла ята бирергәлер.
—Әлегә ошоноһо ла еткән. Хәҙер ҡайт та бер йөҙ грамм йотҡандан һуң ял итергә ят. Күрәһең бит Айжан да йоҡоға талды. Мин бында ҡалам. Иртә таң менән ауыл осона сығып райондан килеүселәрҙе ҡаршылайһым бар.
Хөрмәт ишек төбөнә килгәс, ҡайырылды:
—Һин, теге, ни… Был хаҡта бер кемгә лә һөйләмә инде. Нығытып ҡуйҙым, Шомбай Fиндулланан да сыҡмаҫ. Иң мөһиме—ярҙам иттем, ҡурҡыныс артта ҡалды. Шулай булғас, кәрәгем дә бөттө.
—Ир-егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр, тиҙәр, кисергәндәребеҙ икәү араһында ғына ҡалыр. Әлегә хуш. Ә һин шәп егетһең, Хөрмәт! Һинең менән ат та, ҡыҙ ҙа урларға мөмкин!
—Минең өлөшөмдө яттар урлаған шул. Шуға йәнемә толҡа тапмай ҡаңғырам.
VI
Көҙ. Әбейҙәр сыуағы. Тәбиғәттең сабыр ҙа, моңһоу ҙа мәле. Проспект буйлап теҙелгән ҡайындарҙың һары күлдәктәренән һибелгән алтын тәңкәләр тротуарҙы япҡан, миләштәр ныҡлап тоҡанып яңы дөрләй башлаған усаҡтай емерелеп уңған суҡлы емештәрен тәлгәштәрендә эйелдереп, ут ҡыҙыл япраҡтарын сағыу балҡытып гөлтләп яналар. Эштән ҡайтышлай Хөрмәтте ҡала урамында күреп ҡалдым. Тирә-яғындағыларға, ғөмүмән йәшәүгә битараф, әсе ҡапҡандай сирыҡ йөҙлө, бер иш кейемле, игеҙәктәрҙәй, бер тамсы һыуҙай береһе икенсеһенә оҡшаған, тимер роботтай ҡыймылдаған ҡала халҡына ҡушылырға теләмәгәндәй таш өйҙәргә һыйыныңҡырап атлай.
—Гармунсы Хөрмәт!—Ҡыуанып һөрәнләп ебәрҙем. Ҡосаҡлашып күрештек.
Эргәләге парктағы ултырғыстарҙың береһенә барып һаҡтыҡ. Ауылдашымдың йөҙө тартылыбыраҡ киткән, маңлайына тәрән һырҙар ятҡан, сәстәренә көлдәй һибелеп сал ҡунған, ошоғаса ныҡ кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарған, мин белгән һонторораҡ буйы ла түбәнгә тартылғандай. Китсе, шул тиклем дә иртә туҙыр икән кеше! Үкенесле күҙәтеүемде йәшереп һораным:
—Хәлдәрең нисек?
—Үҙем ятып, үҙем тороп йөрөп ятҡан көн.
—Әле беҙгә һарылыр һылыуҙар бар, әле беҙҙе тешләр эттәр бар!—Шағир һүҙҙәре менән һөйләшеүҙе күңелле юҫыҡҡа борорға тырыштым.—Ниндәйерәк йомошто юллауың?
Хөрмәт шаяртыуҙы ҡабул итмәне, насар ҡырылған сикәләрен һөйәлле усы менән ыуып ҡына ҡуйҙы:
—Ирекһеҙҙән килдем әле. Йөрәк, тиҙәр.
—Йөрәк менән шаярмайҙар, ятып дауаланырға кәрәк.
—Беләм дә бит. Ҡайһылайтып сыҙап ятмаҡ, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк, йорт-ҡура тирәһендә мәшәҡәт бөтәме. Fәбит һаман ситтә ел ҡыуа. Уларҙың да донъялары бар.
—Һиңә күрше йәшәмәйҙәр шикелле?
—Барыбер.
—Сәйер кеше һин, Хөрмәт, нисә йылдарҙан һуң да ҡылғандарыңа төшөнөп етмәйем.
—Ҡайһылай ғына итәйем. Олоғайыу ғәләмәтеме, әллә икенсе сәбәпме һуңғы йылдарҙа баҫылдым, элекке орҙо-бәрҙелек юҡ.
—Ә мин буранға ҡаршы сыҡҡан йәшлек йылдарын һағынам.
—Шул кистә һиндә ниндәйҙер шик-шөбһә ҡалды шикелле?
—Йәшермәйем күңелде гонаһлы уй кимерҙе кимереүен.
—Ышанһаң ышан, ышанмаһаң һинең эш, тик шуны әйтәм, Миңһылыу Fәбиттең ҡыҙы.
—Китсе, ышанғы килмәй!
—Күптәр ышанмай, ә бына минең ҡатын менән Fәбит гонаһлы түгеллегебеҙҙе беләләр. Әгәр шик тотһалар, әллә ҡасан ике ғаилә лә тарҡалған булыр ине. Саҡ менән Суҡ ише йәшәйбеҙ инде шунда, беребеҙ икенсебеҙҙе ташлап алыҫ та китә алмайбыҙ, яҡынлау ҙа мөмкин түгел.
—Миңһылыуҙы әйтәм, ҙурайғандыр инде?
—Өфө сәнғәт академияһын тамамланы, әлеге көндә эшләп йөрөй. Йырҙар ҙа яҙыштыра шикелле. Айжанға тартҡандыр, ул да бит моңло, әгәр үҙ мәлендә дөрөҫ йүнәлештән китһә, һис һүҙһеҙ уңыштарға өлгәшер ине.
—Йөрәк, тиһең, бәлки һиңә берәй ярҙам кәрәктер? Ҡабул итеүгә сиратһыҙ инергә теләһәң табиптарҙың күбеһе менән яҡшы танышмын.
Хөрмәт күңелһеҙ йылмайҙы:
—Бикле ишектәргә сиратһыҙ ынтылып өйрәнелмәгән. Ә йөрәккә килгәндә уны алмаштырыу мөмкин түгел, ауыртһа ла үҙемдеке. Сыҙай алғансы сыҙар. Әле артымдан эҙәрлекләгән әжәлдән эҙ яҙлыҡтырайым, тип бында килгән булдым, ә ул ҡалырға уйламай ҙа… Йә, ярай, хушлашайыҡ, һинең үҙ һуҡмағың, минең—үҙемдеке.
Ҡулдарыбыҙҙы ирҙәрсә ныҡ ҡыҫып хушлаштыҡ.
Хөрмәт әкрен генә баҫып көҙ һарылығына инеп китте лә тиҙҙән шунда иреп күҙҙән юғалды.
VII
Концерттан бергәләп сыҡтыҡ, колледждың ҡаршыһына бағана һымаҡ бейек дүрткел постаментҡа ҡуйылған ҙур ҡала сәғәтенең янында туҡталдыҡ. Миңһылыу әсәһенә ныҡ оҡшағайны, тик ҡаласа көйәҙ кейенеүе уны ҡайһылыр кимәлдә ят итеп күрһәтә. Айжанды тәүге тапҡыр ауыл урамында осратыуым иҫкә төштө.
—Атайың-әсәйең арыуҙармы?
—Имендәр. Быйыл йәйге ялымды ауылда үткәрҙем. Әле көн һайын тиерлек шылтыратып хәлдәрен беләм.
—Үргендәр ни хәлдә?
—Һәйбәттәр, тик мин бит бишенсе класты тамамлағандан алып ситтә. Башта музыкаль һәләттәргә эйә булған балалар өсөн махсус асылған мәктәп-интернатта уҡыным, шунан училище, ары институт. Ауылдаштар минең өсөн бөтөнләй үк ят булмаһалар ҙа, уларҙың күптәрен танымайым. Ә бына ауылға бик теләп ҡайтам, тәбиғәтенең матурлығы, хозурлығы яғынан Швейцарияң ары торһон.
—Башҡаларҙы танымаған хәлдә лә Хөрмәт ағайыңды беләһеңдер бит?
—Уны беләм. Яҡшы беләм.
—Үткән йыл ошонда килгәнендә күреп ҡалғайным. Быйыл йыйынһам да кисектергеһеҙ эштәр килеп сығыу арҡаһында ҡайта алманым. Нисек йөрөй әле ул?
—Ишетмәнегеҙме ни, бесәнгә төшөр алдынан йөрәктән китеп барҙы бит.
—Ни тиклем ҡыҙғаныс…—Көтөлмәгән яңылыҡ быуындарымды алды.—Әйҙә, бынау ултырғысҡа ултырып әҙерәк хәл алайыҡ әле.
Эргәбеҙҙән үтеүселәрҙе күҙләп бер ни тиклем ваҡыт шымтайыштыҡ. Теге килгәнендә Хөрмәт көҙ һарылығында иреп юғалғайны, ә хәҙер көтмәгәндә халыҡ ағымына эйәреп килеп сығып ҡаршыбыҙға баҫыр төҫлө.
—Матур кеше ине Хөрмәт ағай.—Тынлыҡты Миңһылыу боҙҙо.
—Эйе, һәйбәт ине.—Уның әйткәндәрен раҫланым.—Ә Айжан…
Нимә хаҡында белешеремде алдан төшөнгән Миңһылыуҙың йөҙө болоҡһоп китте:
—Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай янында булмағас, ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…