Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Май 2017, 12:05

Хикәйәнең дауамы

Хәйҙәр ТАПАҠОВХикәйәДауамы. Башы 19-сы һанда.IIIБеҙҙең яҡта яҙ байрамы етте ниһә күҙ менән ҡаш араһында көн торошо үҙгәрә лә китә, ҡылтым ҡатын-ҡыҙ шикелле сыпраңдаҡ холҡон күрһәтергә тотона. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң сыҡҡан еңел ел бер аҙҙан һепертмәгә әүерелде, уныһы йәйәүле буранға ялғанды, ҡеүәтләнә барған буранға ябалаҡлап яуған епшек ҡар ҡушылғайны, эңер мәлендә күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәт башланды; ыжғыр дауыл алып ырғытырға теләп өй ҡыйыҡтарын хәтәр даңғырлатты, мөрйәләргә инеп олоно, ҡойононда, ҡуйынында өйрөлткән көртөн урамдарға, ҡапҡа ауыҙҙарына килтереп тултырҙы, йырмаслап һалынған ҡышҡы берләм һуҡмаҡтарҙы эҙен дә ҡалдырмай тотошлай күмеп ташланы.Ишекте шаҡынылар. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип шөбһәләнеп соланға сыҡтым: —Кем?—Был мин әле, Айҙар, ас!Солан стенаһына аушайып көткән кеше Хөрмәт икән.Ҡул биреп күрештек.—Байрам менән тип әйтә алмайым, ни йомош?—Ней…—Хөрмәт кеҫәһен ҡаҡҡылап папирос килтереп сығарҙы, саба иҫкән буранда шырпы һыҙа алмай хитланды.—Бында тоҡандыра алмаҫһың, әйҙә, эскә инәйек.Ҡуҙҙай быҫҡыған тәмәкенән соланға ҡырҡыу төтөн еҫе тулды.—Ямалды әйтәм, күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән икән…—Беләм. Байрамдары бит.—Шулайын шулай, тик көтмәгәндә Айжан сирләп китте бит әле.—?!?

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Хикәйә
Дауамы. Башы 19-сы һанда.
III
Беҙҙең яҡта яҙ байрамы етте ниһә күҙ менән ҡаш араһында көн торошо үҙгәрә лә китә, ҡылтым ҡатын-ҡыҙ шикелле сыпраңдаҡ холҡон күрһәтергә тотона. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң сыҡҡан еңел ел бер аҙҙан һепертмәгә әүерелде, уныһы йәйәүле буранға ялғанды, ҡеүәтләнә барған буранға ябалаҡлап яуған епшек ҡар ҡушылғайны, эңер мәлендә күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәт башланды; ыжғыр дауыл алып ырғытырға теләп өй ҡыйыҡтарын хәтәр даңғырлатты, мөрйәләргә инеп олоно, ҡойононда, ҡуйынында өйрөлткән көртөн урамдарға, ҡапҡа ауыҙҙарына килтереп тултырҙы, йырмаслап һалынған ҡышҡы берләм һуҡмаҡтарҙы эҙен дә ҡалдырмай тотошлай күмеп ташланы.
Ишекте шаҡынылар. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип шөбһәләнеп соланға сыҡтым:
—Кем?
—Был мин әле, Айҙар, ас!
Солан стенаһына аушайып көткән кеше Хөрмәт икән.Ҡул биреп күрештек.
—Байрам менән тип әйтә алмайым, ни йомош?
—Ней…—Хөрмәт кеҫәһен ҡаҡҡылап папирос килтереп сығарҙы, саба иҫкән буранда шырпы һыҙа алмай хитланды.
—Бында тоҡандыра алмаҫһың, әйҙә, эскә инәйек.
Ҡуҙҙай быҫҡыған тәмәкенән соланға ҡырҡыу төтөн еҫе тулды.
—Ямалды әйтәм, күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән икән…
—Беләм. Байрамдары бит.
—Шулайын шулай, тик көтмәгәндә Айжан сирләп китте бит әле.
—?!?
—Нимә, аңра һарыҡтай таҫырайҙың?—Яндырайыраҡ холоҡло Хөрмәт көтмәгәндә тоҡанып китеп ҡулындағын иҙәнгә ырғытты ла енләнеүен баҫырға теләп төпсөктө табанлы быймаһының үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы.
—Таҫыраймайым, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, һинең тинтәкләнеүең аптырата.
—Нимәһенә аптырарға, ҡатыным балаларҙы алып Бикбауға ҡайнымдарға китте, Fәбит шабашкала. Ишек алдына сығып ҡараһам—күршеләрҙең тәҙрәләрендә ут яна, ишек бикһеҙ, инһәм—Айжан эсен ҡосаҡлаған да диванда аунай…
—Күрәм, һин бик хәстәрлекле әҙәмгә оҡшағанһың, былай барһа ярты ставкаға Ямалға ярҙамсы итеп алмаһам булмаҫ, быуаҙ бисәләрҙең хәлен белеп йөрөргә лә бер кеше кәрәк бит.
—Кешене мыҫҡыл итергә тигәндә һинән уҙҙырыусы юҡ инде ул!
—Һеркәһе һыу күтәрмәй берәүҙең, ҡылтайырға әҙер!
—Йә, ярай, һүҙ көрәштерергә ваҡыт самалы. Нимә эшләйбеҙ?
—Билдәле, Айжанды район үҙәгенә оҙатырға кәрәк.
—Ошондай көндәме?!
Соланды күтәреп алып китерҙәй туҙынған буран тауышын тыңлап һуҙҙым:
—Дә… Низнай…
—Низнайҙан һалдырма йәме, һиңә фельдшерға ярҙам һорап килдем, ә һин!
—Дөрөҫ әйтәһең, фельдшер, акушер түгел.
—Ундай эште маташтыра алаһыңмы һуң?
—Училищела муляжда ғына эшләп ҡарап зачет биргәйнек. Ә бында…
—Аңлашылды. Значит, ҡулыңдан килмәй. Ветфельдшер Әхмәҙей ағайға әйтеп ҡарайыҡмы әллә? Үткәндә танабыҙҙы имен-аман быҙаулатып биргәйне былай.
—Ҡарап тороуға зиһенле генә күренһәң дә шыр тиле, һүҙҙең рәтен белмәгән алйот икәнһең, кем, Хөрмәтулла!
—Алйот шул, алйот!—Хөрмәт ҡараңғы юҡҡа үрһәләнеп тар соланды арҡыры-буйға кәлепләне, ыңғайы бер таҡта стенаға типте.
—Биреңде әйтәм, гел эргәңдә йөрөй инде.
Әйткәндәремде раҫлағандай йоҙроҡ ишек яңағын төйҙө.
—Муйынға килеп йәбешеп ҡуйма, Хөрмәт дуҫ, әлегә йәшәге килә.
—Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, күпме генә һүҙ көрәштерһәк тә Айжанға һинең менән минән башҡа ярҙам итеүсе табылмаҫ.
Уйланғандай иттем:
—Fиндуллаға әйт, ДТ-һын тоҡандырһын, йәтешерәк берәй сана таҡһын. Хәҙер мин ҡаршы сығығыҙ, тип районға, бала табыу йортона шылтыратам да «тиҙ ярҙам» сумкаһына кәрәк-яраҡты тултырып алам. Нимә һенағастай һерәйҙең, бар, ос!
—Хәҙер!—Хөрмәт тыңлаулы балалай елтәңләтә баҫып сығып йүгерҙе.
IV
Ҡуҙғалып сыҡҡансы апаруҡ ваҡыт китте. Силос ташыған трактор санаһы ҙур уҡ булһа ла ситтәре арҡа терәмәле, төбө иҙәнле итеп ҡулайлы эшләнгән. Үҙебеҙ кейгәндән тыш тағы ла өс-дүрт толоп һалып алдыҡ. Трактор двигатель торбаһынан ялҡынлы ут бөркөп, уңға-һулға ташланып ҡар диңгеҙендә йөҙә, иллә ауырлыҡ менән булһа ла сананы тарта әлегә. Шөбһәләнеп алға ҡараным, унда ҡаялай ҡарайып урман ҡалҡҡан, ул ҡорбанын йоторға йыйынған аждаһалай уһылдай, үкерә. Хөрмәт алғы ҡулайламаға арҡаһын терәгән, алдындағы яҫтыҡҡа Айжан башын төрткән. Ул тауышын ныҡ сығармаҫҡа тырышып тештәрен шығырҙатып ыңғыраша:
—Йә Fәбит өйҙә юҡ… Бәләмде һалдым…
—Беҙ барҙа нимәгә ул Fәбит!—Хөрмәттең тауышы ҡарлығып ишетелә.
—Әйтмә лә.—Хөрмәттең һүҙҙәрен йөпләнем дә Айжандың толоп еңенә ҡулымды тығып баш бармаҡ төбөндәге ҡан тамырын эҙләп таптым. Бармаҡтарым аҫтындағы пульс һуҡмай, ярһып бейей төҫлө. Ҡорһаҡты ҡапшаным, ул әлегә ҡалҡыу һымаҡ, күҙаллауымса баланың башы таз ҡыуышлығына төшмәгән, хәүефләнергә иртәрәк.
Уңғансы Fиндулла трактор тәҙрәһенән башын сығарып аҡырҙы:
—Сананы ысҡындырығыҙ!
—Нимә?
—Күрәһегеҙ бит, юл һалмайынса алға барып булмай!
Ауылдан өс-дүрт саҡрымда ятҡан Атсапҡан яланына еткәнсе тракторға эйәреп көрт йырып, юл һалып арманһыҙ булғайныҡ инде. Ҡабаттан санаға ултырҙым да Тәңренән ярлыҡау һорағандай ҡулдарымды һоноп юғарыға ҡараным:
—Ярҙамыңдан ҡалдырма!..
—Нимә тинегеҙ?—Айжан урынында ҡымғырлай биреп ҡуйҙы.
—Айжан, һин бер-ике сәғәткә сыҙа инде, баланы нисек тә тапмай тор. Күрәһең бит ниндәй хәлдәбеҙ…
—Ҡайһылайтайым?..
—Ныҡ итеп сатыңды ҡыҫаһыңмы, әллә башҡа берәй юлын табаһыңмы… Белмәйем…—Иҫәңгерәгән-шаңҡығанлыҡтан буталып мәғәнәһеҙ хәбәр һалдым.
—Мин… мин… тырышырмын… сыҙармын…
—Сыҙа шу… Рәхмәт…—Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнемде үҙем дә аңламаным.
Ҡабаттан ҡорһаҡты ҡапшаным. Ул бүҫкәрә төшкәндәй. «Булмаҫ! Нисек инде улай тиҙ, ошондамы?» Айжандың тирә-яғын ҡымтыштырғанда бармаҡтарым еүеш итәккә ҡағылды. Арҡам буйынан һалҡынлыҡ йүгерҙе: «Бөттөм! Толҡаттың һыуы киткән! Бала ошонда тыуа ҡалһа уны һаҡлап, ҡотҡарып ҡалып булмай! Бер нисек тә! Зерә фельдшер һөнәрен һайлағанмын, әгәр агрономлыҡҡа уҡыһам ошо көндә яҙ етеп ер кибеүен көтөп түшәмгә төкөрөп маҙырап тик ятыр инем… Улайға китһә кендек бабайы булмаҫ өсөн миңә был донъяға бөтөнләй тыуырға кәрәкмәгән… Ә был бала исмаһам май айында тыуһасы, көндәр йылынғас, байрамдар үткәс, аулаҡлап… Ошо хәлдән имен-аман ҡотолһам районға барам да ғариза яҙып һалам, был хәйерһеҙ эштә миңә тимәһә анау Әхмәҙей ағай йөрөһөн…» Аңымдан ҡырылмаһы-ҡырҡ уйҙы йүгертеп тубыҡланған килеш бер килке һеңгәҙәнем. Юҡ, былай бармай, мәмәйләнергә ярамай, мин дә бит ир затынан!
Ҡулдарымды ышаныслы болғап ҡысҡырҙым:
—Fиндулла, кире борол!
Теге әйткәндәремде төшөнмәгәндәй кәпәсенең ҡолаҡсынын бер яҡҡа ҡыйшайтты:
—Ни тиһең, ишетмәйем!?
—Туң ҡолаҡ! Ҡайтабыҙ!
—Нишләп?—Был һорауҙы Хөрмәт бирҙе.
Уның яғаһынан бөрөп алып асыу менән ҡолағына бышылданым:
—Атаң башы, миңрәү, һәтәү, иҫкә ярым!—Бар үсемде Хөрмәттән алырға теләп бер тынала әр һүҙҙәрен теҙҙем.—Бөтәһен һиңә сәйнәп ҡаптырырға кәрәкме? Боролабыҙ! Ҡайтып өлгөргән хәлдә ни күрһәк тә ауылда күрәбеҙ…
V
Илле-аллаға ҡайтып етеп Айжанды өйөнә индереп һалдыҡ. Оло бәләнән ҡотолған Fиндулла шундуҡ һыуға һеңгәндәй юҡҡа ла сыҡты. Хөрмәт утын индереп мейесте тоҡандырып ебәрҙе, мин сөгөн табып һыу йылытырға ҡуйҙым, диван тирәһен шаршау менән уратып алдым, ҡул аҫтындағы инструменттарҙы, шприцтарҙы туҫтаҡҡа һалып һыу тултырып газ плитәһенә ҡайнатырға ҡуйҙым, йыуынғыс артына баҫып ентекләп ҡулдарымды йыуғас уларҙы эшкәртергә керешеп киттем, инеп-сығып йөрөгән Хөрмәт минең яҡҡа ҡырын-мырын ҡараш ташлай, нимә лә булһа әйтеремде көтә, ә мин тештәремде ҡыҫҡанмын, нисек тә тулҡынланыуымды, ҡурҡыуымды белдермәҫкә кәрәк, ә урынһыҙ ығы-зығы бер кем файҙаһына ла түгел. «Бала башы менән килә, уныһы һәйбәт, тик бында кендек бауының муйынға уралыу ҡурҡынысы бар. Иң мөһиме—бала тыуғандан аҙаҡ ҡан китмәһен, юғиһә эш харап, ҡан һарҡыуҙы бер нисек тә туҡтатып булмаясаҡ… Тейешле уколдарҙы ҡаҙаным, хәҙер көтөргә ҡала…» Юлда талсығыу үҙенекен итте, стенаға һөйәлеп аҙға ғына ойоғандай, әүелйегәндәй иттем. Күҙ алдыма киң болон килеп баҫты, сәскәле һуҡмаҡтан сыр яланғас сабыйҙы күтәреп йүгерәм икән, тим, миңә күңелле, миңә шул тиклем дә күңелле, тик ниңә һуң сабый иламай, ыңғыраша…
—Ыһ-һ-һһһ…—Айжандың тауышы икән.
—Айҙар, нимә унда шымып киттең?—Шаршау артындағы Хөрмәт өндәште.
—Хәҙер, хәҙер, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ… Айжан, хәлдәрең нисек, һылыуым?
Ҡатын ғазаптан алйыған ҡарашын минең яҡҡа йүнәлтте:
—Һәйбәт… Эсем ҡутарылып бара, тамағым кибә, һыу бирегеҙ әле…
—Эсергә ярамай, һис ярамай. Ә һин көсән, ныҡ итеп көсән!
—Хәлем бөттө, көсөм ҡалманы, ҡулымдан килмәҫтәйҙе талап итмә.
—Нимә һөйләйһең, инә арыҫлан, беҙ һинең менән бала табырға тейешбеҙ. Ишетәһеңме, сәләмәт бала табырға! Көсән, тим, аҡтыҡҡы көсөңдө йыйып көсән!
—А-а-а-айй!
—Аҡыллым, тағы ла бер тапҡыр, үтенәм, күрәһең, мин дә бит һине тырыштырам, ярҙам итәм…
—М-м-ммм… ай!
—Тағы ла бер тапҡыр ынтылһаң һиңә аҙ ғына ял итеп алырға рөхсәт итәм…
Дауамы киләһе һандарҙа.