— 1998 йылдың май айы, тәбиғәттең йәшелеккә тулышҡан мәле. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй тигәндәре дөрөҫ бит. Беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, улым яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Башымда мең төрлө уй ҡайнай, йөрәк тулай, күңел үрһәләнә. Темәс ауылына юл төшөп, Сәксәйҙән йәйәү китеп барам. Үҙем атлайым, ә битемдән күҙ йәштәре субырлап аға. Шул ваҡыт башымдағы тынғыһыҙ, буталсыҡ уйҙар бер мәл мәрйенде епкә теҙгән кеүек бер-бер артлы теҙелеп китте. Ҡапыл ғына шуларҙы яҙып алырға булдым. Эргәмдә дәфтәр түгел, ҡағыҙ бите лә, ҡәләм дә юҡ ине. Кәрәк булһа бәлән тип кеҫәмә һалып алған шырпыны сығарҙым да, ҡабына шырпы көкөртө менән баяғы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙым. Әҙерәк тынысланғас, уҡыһам шиғырға ла оҡшап киткән кеүек булды. Ул ни бары дүрт юлдан тора ине,—тип башлап китте әңгәмәбеҙҙе Баймаҡ районы Ишей ауылында йәшәүсе Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы Ишдәүләтова (Абдуллина).
Ул сығышы менән Баймаҡ районы Сәксәй ауылынан. Ундағы өс йыллыҡ, Бетерәләге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыу эләкмәй. 15 йәшлек ҡыҙ Темәс ауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡта таҡта айырыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Бында 10 йыл тир түккәндән һуң, тыуған ауылында клуб мөдире булып та эшләй. 13 йыл почтальон була. 2001 йылда Ишей ауылына күсеп килә. Тормоштоң төрлө һынауҙарын, ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килә уға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөлөп төшмәй, балалары, ейәнсәрҙәре хаҡына тормошто яратып йәшәй. Әлеге көндә Хәлиҙә апай хаҡлы ялда. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ижад итә. Шиғырҙарын бер ергә лә баҫмаға биргәне юҡ. «Бәйләнештә» сайтында «Көндәлегем» төркөмөнә яҙып бара.
Уҡыусылар иғтибарына Хәлиҙә Ишдәүләтованың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Тағы сыҡтың оло юлға, балам,
Хызыр Ильяс булһын юлдашың.
Ниндәй генә эшкә тотонһаң да,
Һыҙланмаһын һинең ҡул-башың.
Әсә өсөн бала, һәр саҡ сабый
Бары «һеҙ» тип тибә, йөрәгем.
Дүрт яғымда, Аллаға шөкөр, тим
Һеҙ бит минең, таяу-терәгем.
Дүртегеҙ дүрт яҡта булһағыҙ ҙа,
Шул саҡтарҙа әсә йөрәгенең
Улдарыма ҡарап һоҡланам мин,
Өс ейәнсәрем, бер ейәнем бар,
Уларға ла текләп йыуанам.
Дүрт яғымда барҙа дүрт таяуым,
Мин булырмын иҫән, һәр саҡта.
Ҡайтығыҙ һеҙ әсәй яндарына,
Форсатығыҙ әле бар саҡта!
Көҙөн киткән ҡоштар кеүек
Өҙ(ө)лөп һөйәм Сәксәйемде
Ҡартайып та барам, буғай,
Йәшнәп йәшәр саҡтар уҙғас
Йөрәк кенәм һаман йәп-йәш
Эй, йәлләнем көҙгө япраҡтарҙы,
Әллә ҡар аҫтында ҡалғанға.
Талир тәңкә кеүек сылтырламай
Әллә йоҡоларға талғанға?
Әле генә көҙөм алтын ине,
Күҙкәйҙәрҙең яуын алырлыҡ.
Мөғжизәнең мөғжизәһе ине
Һоҡланыуҙан һуштан яҙырлыҡ.
Бөгөн ҡар ҡаплаған япраҡтарҙы,
Аҡ юрғанға уны сорнаған.
Аллы-гөллө күбәләктәй елпеп,
Ҡойолоуын көтөп тормаған.