Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Февраль , 15:05

Тулы тормош менән йәшәй

Инсаф менән уның әсәһе Йомабикә Кәлимулла ҡыҙы Солтанғазиндарҙы Сибайҙа инвалидтар ойошмаһы уҙғарған барлыҡ сараларҙа ла күрергә була. Инсафтың күҙе күрмәһә лә, ҡулы оҫта, төҫөн-төҫкә, һәр детален тап килтереп, күҙе күргән кешеләрҙән дә арттырып, лего-конструкцияларын йыйыя, тасуири итеп шығыр һөйләй. Йәмәғәт эшендә әүҙемлеге, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары Сибай ҡала хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты, төрлө дипломдар менән баһаланған.

Тулы тормош менән йәшәй
Тулы тормош менән йәшәй

2024 йыл—Сәләмәтлек торошо сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы

 

-Бәләкәйерәк сағында йырлай ҙа торғайны. Егет ҡорона инеп, тауышы һынылғас, был шөғөлөн ҡуйҙы. Былай музыкаға ла бик һәләтле,--тип улының һөнәрҙәрен барлай әсәһе Йомабикә Солтанғазина.

Инсаф Солтанғазин 2006 йылдың 4 октябрендә тыуа. Баймаҡ районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Йомабикә һәм Вәхит Солтанғазиндар 6 йәшлек Гөлдәниә апайына иш итеп ул алып ҡайтасаҡтарын түҙемһеҙлек менән көтә. Әммә икенсегә әсәй булырға йыйынған ҡатындың ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп китеп, ҡарынындағы сабыйға кислород етешмәй башлағас, табиптар кисекмәҫтән уға Кесерево сечение операцияһын эшләй. Шулай итеп, 7 айлыҡ улдары, сәләмәтлек торошо насар ғына булып тыуа. Билдәле, тән ауырлығы ла түбән, имсәк имергә лә көсө булмай. Етлекмәй тыуған сабыйҙы махсус боксҡа һалалар. Үҙаллы насар тын алған малайға кислород биргәндә медицина хеҙмәткәрҙәре күҙен ҡапламай һалып, күҙ алмаларын яндырғандыр, тип иҫәпләй әсә. Айға яҡын ваҡыт үтеп, Инсаф кәрәкле ауырлыҡ йыйып, ҡәҙимге төҫ алғас, уны дауахананан сығаралар. Шул ваҡытта әсә сабыйының бите өҫтөнән йөрөткән уйынсыҡҡа бер нисек тә иғтибар итмәүен шәйләп ҡала. Унан инде Баймаҡта медицина тикшеренеүе үткәндә улының күрмәүен әйтәләр. Шунан башлана ла инде ҡатындың дауахана юлдарын тапау, оҙон-оҙаҡ дауаланыу учреждениеларында бағыныу.

-Әлбиттә, башта юғалып ҡалдым. Ни эшләргә лә белмәнем. Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан кешеһенә ныҡ ауыр һынауҙар бирә, тиҙәр. Миңә лә ошондай һынау эләккән икән, мин уны лайыҡлы үтергә тейешмен, тип ҡабул иттем. Тәңрем был баланы миңә ауыр булһын өсөн түгел, ныҡ булһын өсөн биргәндер,--ти әсә.-Сибай, Баймаҡ, Өфө, Мәскәү дауаханалары юлын тапай торғас, 3 йәшендә улыма инвалидлыҡ юллауға өлгәштек. Шул ваҡытта башҡала табиптары Инсафтың һул күҙенә операция яһаны. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул уңышһыҙ үтте һәм ул күҙе бөтөнләй ябылды.

Мәскәү белгестәренә лә алып барып ҡараным, улар ҙа бер ни ҙә эшләтә алмауҙарын белгерткәс, икенсе күҙенә тейҙертмәнем. Ул күҙенең бәбәге асыҡ, саҡ ҡына булһа ла яҡтылыҡты һиҙәлер, тием. Юғиһә төҫтәрҙе-төҫкә тап килтереп, һәр деталде урынына ҡуйып, лего-консрукциялар йыя алмаҫ ине. Быйыл көҙ 18 йәше тулһа, Өфө табиптарына алып барып күрһәтеп ҡарайым, бәлки, шул уң күҙенә аҙ ғына булһа ла нур өҫтәп булыр, тип өмөтләнә әсә.

7 йәше тулғас Инсафты әсәһе Сибай ҡалаһындағы инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенә уҡырға бирә. Уҡытыу башлыса исеменән үк күренеүенсә, дистанцион рәүештә булһа, аҙнаһына 1 тапҡыр ҡалаға үҙәк бинаға килергә тейеш булалар. Йомабикә Кәлимулла ҡыҙы улын Абҙаҡтан Сибайға йөрөтөп уҡыта, өйҙә ултырып наҙан ҡалмаһын, тип тырыша. Дистанцион белем биреү үҙәге малайҙы компьютер, принтер, лего ҡорлмалары, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.

-Уҡытыусыларым бик һәйбәт. Башланғыс класта Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы һабаҡ бирҙе. Әле рус теленән Фәриҙә Әҙеһәм ҡыҙы, математиканан Светлана Николаевна уҡыта. Уҡытыусыларым мин теманы тулыһынса аңлап бөткәнсе, үҙләштергәнсе шөғөлләнә, рәхмәт уларға!--ти Инсаф, педагогтарын маҡтап.

Инсаф Брайль шрифтын яҡшы үҙләштергән, грифель уның ҡулында уйнап тора. Дәрес һайын 3-әр биттән ашыу уҡып, уҡытыусыларын ҡыуандыра. Китап, дәфтәрҙәрҙе уға Өфөнән махсус рәүештә яҙҙыртып алалар. Әйткәндәй, төрлө сараларға егетте уҡытыусылары үҙҙәре өйөнән килеп ала. Әгәр ҙә дәрескә әсәһенең уны оҙатып ҡуйырға ваҡыты булмаһа, ул осраҡта ла уҡытыусылары ярҙамға килә.

Улы үҫкән һайын әсәһен ҡалаға күсергә өндәй башлай, бында уның өсөн үҫеш мөмкинлектәре барлығын аңлата. Ни тиһәң дә, үҙәктә уның класташтары бар, үҙенә күрә дуҫтары ла барлыҡҡа килә. Шулай итеп, бынан 3 йыл элек Инсаф менән әсәһе Сибайға килеп, ҡуртымға фатир алып йәшәй башлай. Етмәһә, өлкән ҡыҙы Гөлдәниә ғаиләһе менән Иҫке Сибайҙа тора. Уларға ла яҡын буласаҡтарын яҡшы аңлайҙар. Йомабикә Кәлимулла ҡыҙы Сибай концерт-театр берекмәһенә эшкә урынлаша. Былтыр иһә ипотекаға фатир һатып алған.

-Барыһы ла бар, етеш йәшәйбеҙ. Инвалид бала баҡҡан әсә булараҡ, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡтым. Йәшәйешебеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, тормошта терәк-таяныс таяныс булырҙай ир-егетте лә осраттым. Улыма ла бында оҡшай,--ти ҡатын, ҡыуанып.

Инсаф тырышып уҡыуҙан тыш, лего конструкциялары йыйыу менән мауығыуын башта әйтеп киткәйнек. Уны был шөғөлгә уҡытыусыһы Зиннур Ғәлиәхмәт улы ылыҡтыра. Ә әле егет менән Артур Рәмил улы Һөйөндөков етди шөғөлләнә. Төрлө самолет, караптарҙы ул шартына килтереп төҙөп, барыһын да һоҡландыра. Гөлдәниә апайының ике улы--6 йәшлек Ислам менән 5 йәшлек Рамзан да ағайҙарының был шөғөлөн оҡшата. Инсаф ағай, Инсаф ағай тип бер туҡтауһыҙ эргәһендә өйрөләргә яратҡан бәләкәс ҡустыларына Инсаф алфавитты күптән ятлатҡан, 10-ға тиклем һанарға өйрәткән.

Инсаф ялда Абҙаҡҡа атаһы янына ҡайтырға ярата. Шулай уҡ апайы менән еҙнәһе йәшәгән Иҫке Сибайҙы ла үҙ итә. Ни тиһәң дә ике ауылда ла уның яратҡан техникаһы—велосипеды бар. Егет унда рәхәтләнеп йөрөп алһа, үҙенә әллә күпме көс-дәрт туплай. Киләсәктә ул хатта машина йөрөтөргә лә хыяллана.

Инсаф быйыл 9-сы класты бөтә, йәғни, төп дәүләт имтихандарын бирергә әҙерләнә. Киләсәктә ул 11-се класты тамамлап, Стәрлетамаҡта компьютер технологияларын өйрәтеүсе уҡыу йорто студенты булып китергә теләй.

Әйткәндәй, заманса техника менән егет оҫта эш итә, Бәйләнештә, телеграмм социаль селтәрҙәрендә ултыра. Барлыҡ ҡоролмалары ла тауыш ярҙамында эшләй. Ул компьютерҙа яҙыша, уҡый, төрлө ҡушымталар менән ҡуллана. Смартфоны ла бар, шылтыратыуҙы ла ҡубул итә, кәрәк булһа, үҙе лә шылтырата. Телевизорҙы тыңлай, бөтә яңылыҡтарҙы белә, кино-сериалдарҙы ла үҙ итә.

-Беҙ кеше килеп инһә, уны күрәбеҙ ҙә шул етә, эйеме? Ә улым күрмәгәс, бөтә нәмәгә анализ яһай. Тауышты айыра, тактиль үҙенсәлектәрҙе, еҫ, ым-ишара буйынса һығымталар яһай. Ул уйланып тормаһын өсөн, килеп ингәс тә уға кемлегеңде әйтергә кәрәк. Ярҙам итәм тип, ҡул аҫтына уны-быны тығырға ла ярамай. Кәрәк икән, ул үҙе әйтә. Инсафтың уҡытыусылары балағыҙҙы ныҡ әпәүләмәгеҙ, уға тормошҡа яраҡлашырға өйрәтегеҙ. Ул йәмғиәттең башҡа кешеләре кеүек үк үҙен социумда иркен тоторға тейеш, тип өйрәтә. Шуға ла артыҡ бәпләмәйем, өйҙә бөтә нәмәне үҙ урынында тоторға тырышам. Был Инсаф өсөн бик мөһим. Үҙе йыуына, ашай, сәй ҡайнатып эсә ала,--тип һүҙен йомғаҡланы Йомабикә Солтанғазина.

Гөлдәр Ҡадаева.

Рамка эсенә

*Рәсәйҙә күрмәгән һәм күреү һәләте насар булған 218 мең кеше йәшәй. Шуларҙың 100 меңдән ашыуы тома һуҡыр.

*Кеше 50 йәштән һуң башлыса насар күрә башлай. Әммә күреү һәләте насарайыу күп осраҡта йәшкә ҡарамай.

*Макулодистрофия, диабет ретинопатияһы, катаракта, глаукома һәм рефракция аномалиялар сирҙәре дауаламаған осраҡта һуҡырайыуға илтә.

*Донъяла 280 миллион тирәһе кеше насар күрә. Шуларҙың 40 миллионы күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм.

*Бер мәл Сахара сүллегендә һуҡыр оҙатып йөрөүселәр бик популяр булып китә, улар дөйә еҫенә ҡарап юлды таба.

*Парижда ҡап-ҡараңғы ресторан бар. Ҡараңғы урын тәмде яҡшыраҡ тойорға ярҙам итә тигән фекергә таянып эшләнгән.

 

Тулы тормош менән йәшәй
Тулы тормош менән йәшәй
Тулы тормош менән йәшәй
Автор:Гульдар Кадаева