Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Февраль , 14:35

ӘҘЕЛДӘР ҘӘ СЕЛТӘР ҮРӘ

Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрербеҙ тип, изге эшкә тотондоҡ...

ӘҘЕЛДӘР ҘӘ СЕЛТӘР ҮРӘ
ӘҘЕЛДӘР ҘӘ СЕЛТӘР ҮРӘ

--Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрербеҙ тип, изге эшкә тотондоҡ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй бер нисә көн эсендә бер селтәрҙе үреп тә ҡуйҙыҡ әле ул. Ир-егеттәр ҙә ситтә тороп ҡалманы. Сәйетов Эдуард, Ҡәйепов Динислам, Сәйетов Руслан һәм Ҡәйепов Йәмил стойкалар эшләп бирҙе. Материал менән ҠОТОЕВА Зөлфиә һәм Сәйетов Эдуард ҙур ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, бәхетле, иҫән-һау булығыҙ.
Йәкшәмбе көнө ирекмән ҡыҙҙар килеп өйрәтеп китте, ә беҙ бөгөнгө көнгә беренсе эшебеҙҙе үреп тә ҡуйҙыҡ. Шундай изге эштә ситтә ҡалмай, эште ысын күңелдән, йөрәк аша үткәреп эшләүсе ҡыҙҙарыбыҙға ҙур-ҙур рәхмәт. Ғаиләләрегеҙгә именлек, үҙегеҙгә иҫәнлек- һаулыҡ, бәхетле тыныс бәрәкәтле ғүмер теләп ҡалам,--тип хәбәр итә Хәйбулла районынан Алһыу Сәйетова.

Автор:Резеда Валиева