АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
24 Апрель , 11:15

Тышҡа ырғытылған үрмәксен...

Быға тиклем салт аяҙ торған көндәр, ҡапыл һыуытты. Тауҙарҙа ҡар яуа, үҙәнендә ямғыр. Таш йорттарҙа йәшәгән кеше апрель башында уҡ йылылыҡты һүндерҙе, ә хәҙер таш һыуығы елеккә үтә.Киске йоҡо алдынан ғәҙәти күнекмәләр эшләп, йыуынырға тип ванныйға индем дә, таш иҙәнгә йәйергә төрөүле ятҡан бәләкәй балаҫты алып иҙәнгә түшәйем тиһәм, араһынан йылыла йәшеренеп ятҡан үрмәксен килеп сыҡты. Бында бит иҙән ярығы юҡ ҡасырға, кругом таш иҙән! Ярай әле янымда ейәнем юҡ, ҡурҡып ҡысҡырыр ине. Уға әйтеп аңлатып ҡарағаным булды: "Үрмәксен ул иң изгеләрҙән һанала, ҡурҡма, уның зыяны юҡ, уны үлтерә күрмә! Беләһеңме, ул дошмандан кешеләрҙе ҡотҡарған?! " тип риүәйәт һөйләүҙәрем бушҡа ғына. Әммә ни эшләп мин был юлы шул үрмәксенде өйөмдән ҡыуып сығарҙым әле? Үҙем дә аңламай ҡалдым... Балаҫты алдым да туалет тәҙрәһен асып, ҡаҡтым. Ҡарайым, теге үрмәксе ҡабаттан инеп килә! Һис сығырға уйы юҡ!

Тышҡа ырғытылған үрмәксен...
Тышҡа ырғытылған үрмәксен...

Әммә мин бер ҡыҙғанда эшемде аҙағына тиклем атҡарырға теләп, тағы үрмәксенде тышҡа ырғыттым. Шул саҡ ҡапыл иҫемә килгәндәй булып, таҙрәнән тышҡа йомолдом. "Эх, нишләп бырғаттым әле һуң мин уны бынау һыуыҡта? Тышта ҡараңғы, етмәһә ямғыр яуа! Ни зыяны тейһен инде миңә ул бәләкәс үрмәксендең? Бахырҡайым, йылы эҙләп кенә балаҫ аҫтына йәшеренгән булғандыр инде..." Тәҙрәнән үрелеп- үрелеп ҡараһам да, ҡараңғыла нимә күрәһең инде.... Үҙемдең был ҡылығымды "Инстинкт самозащиты" тиеп, үҙемде аҡларға маташһам да, барыбер тыныслана алманым.. Иң ауыр тойғо ул үкенеү тойғоһо. Кешене рәнйетеү түгел, һаҡһыҙ ауыр һүҙ әйтеүҙән дә тыйылаһың. Эй, Раббым, аңһыҙ ғәмәлдәрҙән һаҡла, кешегә ауыр һүҙ әйтеүҙән, уҫаллыҡтан һаҡлай күр! Сөнки беләм, кем яуызлыҡ ҡыла, барыһы ла кире үҙенә әйләнеп ҡайта. Ҡылған гонаһтарынан сыҙай алмай, йән тыныслығын юғалтып, кеше үртәлеп йәшәй. Был бик ауыр кисереш.
Олоғая килә, кешенең маңлай күҙе асыла, тигәндәре шулдыр инде. Барыһын да һиҙәһең, барыһын да тояһың, кешенең йөҙөнә ҡарап нимә уйлағанын беләһең.
Ә бына үрмәксенде юҡҡа ҡыуып сығарҙым. Төнгә ҡарай.
Ә хәҙер бәҙрәфкә инһәм, тәҙрәне асып аҫҡа ҡараһам да юҡ шул ул, үкенеү тойғоһо ғына йәнде үртәләй. Элекке ҡылыҡтарым өсөн дә үкендерә. Бик ауыр тойғо ул үкенеү тойғоһо, тормошта ла шулай. Аңһыҙ ҡылған ғәмәлдәрҙән, аңһыҙ әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡланығыҙ.
Тәнзилә Кейекбаева.
22 апрель, 2024

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева