Ааа
- Көн дә 10-30 минут булһа ла йөрөп килегеҙ. Атлағанда йылмайығыҙ! Йылмайыу—иң яҡшы антидепрессант.
- Көн дә 10 минут тынлыҡта ултырып алығыҙ.
- Көн дә иртән торғас Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтегеҙ! Маҡсат билдәләгеҙ.
- Күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ! Консервалағанған, составында ҡатышмалар булған нәмәләрҙән ситләшегеҙ.
- Йәшел сәй, һыу эсегеҙ.
- Көн дә өс кешене йылмайтырға тырышығыҙ!
- Ваҡытығыҙҙы ғәйбәткә, юҡ-бар хәбәргә әрәм итмәгеҙ! Негатив уйҙарҙан, үткәндәргә үкенеүҙән туҡтағыҙ, барыбер үҙгәртеп булмай бит инде. Уның урынына яҡшы ғәмәл менән булығыҙ!
- Иртәнге ашты королева кеүек ашағыҙ, төш - принцессалай, ә кис бала һымаҡ туҡланығыҙ. Ихлас булығыҙ, үҙегеҙҙе яратығыҙ!
- Тормошта ғәҙелһеҙлектәр күп, әммә ул матур!
- Ғүмер ҡыҫҡа, уны нәфрәткә арнамағыҙ! Барыһын да ғәфү итегеҙ!
- Барыһын да, хатта үҙегеҙҙе етди ҡабул итмәгеҙ!
- Һеҙ һәр бәхәстә еңергә тейеш тә түгелһегеҙ. Күнергә лә әҙер булығыҙ.
- Үткәнегеҙ бөгөнгөгөҙҙө ағыуламаһын өсөн үткәнегеҙ менән дуҫ булығыҙ.
- Үҙ тормошоғоҙҙо башҡаларҙыҡы менән сағыштырмағыҙ! Башҡалар тормошон эстән белмәйһегеҙ бит.
- Һеҙҙең уңышҡа һеҙҙән башҡа бер кем яуап бирмәҫ.
- Нимәлер һеҙҙә хафа уята икән, үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: “Йәнә биш йылдан был мөһим булырмы һуң?”
- Мохтаждарға ярҙам итегеҙ! Йомарт булығыҙ! Алырға ғына түгел, бирергә лә өйрәнегеҙ!
- Башҡаларҙың һеҙҙең хаҡта нимә уйлауы һеҙҙе борсомаһын!
- Ваҡыт дауалай.
- Әлеге ваҡиға ниндәй генә булмаһын—күңеллеме, күңелһеҙме—бер килеп ул үҙгәрәсәк.
- Көнләшеү – ваҡытты бушҡа әрәм итеү. Һеҙҙең әле барыһы ла бар!
- Һәр кис йоҡлар алдынан Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡығыҙ.
- Тормошоғоҙға стресты индермәгеҙ!
- Белгәнегеҙҙе башҡаларға әйрәтегеҙ.
- Бәхетле булығыҙ!
Фото: bondik-kids.ru
АВТОРҘЫҢ РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ БАШҠА САЙТТАРҒА, СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРГӘ АЛЫУ ТЫЙЫЛА.